

Хөсәйен Фазылйән улы 1939 йылда бөткән Һултас ауылында 5 балалы ғаиләлә тыуған. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килә. Атаһы һуғышта саҡта, әсәһе менән донъя көтәләр, ҡартатаһы уларға терәк-таяныс була. Атаһы уҡытыусы булып эшләгән. Хөсәйен Фазылйән улы Мәмбәт ауылында 7 класты, Аҡъяр ауылында 8-сене тамамлағандан һуң, Һамарҙа трактор курсын үҙләштерә. Сахалинда 4 йыл әрме сафтарында була. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ауылда тракторсы булып эшләй башлай, хаҡлы ялға сыҡҡансы чабан була.
Рима Тимерғәле ҡыҙы 1945 йылда Дәүләкән районы Яңы Мерәҫ ауылында 6 балалы ғаиләлә иң өлкәне булып донъяға килә. Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү башланғас, ғаиләләре менән сал ҡылғанлы Хәйбулла яҡтарына киләләр. Атаһы һуғыштан яраланып ҡайта, һыңар ҡул менән булһа ла трактор йөрөтә. Тәүҙә Сәғит ауылында эшләгән, аҙаҡ 1954 йылда ғаиләһен Һултастан Таштуғайға күсереп алып килә.
-Бишенсе класты уҡып тамамлағас, 6-7-се кластарҙы Мәмбәт ауылында уҡыным. Артабан мәктәптән һуң тегенсе һөнәренә уҡырға теләгем булһа ла, белем алырға мөмкинлек булмай. 14 йәштән фермаға эшкә төшөп, килен булып төшкәс, 30 йәштән һауынсы булып эшләп киттем. 8 йыл һыйыр һауғандан һуң, балаларым булғас, 12 йыл бейә һауҙым, ҡымыҙ эшләнем. Ҡыш көндәрендә бәрәс ҡараным, йәй көнө һарыҡ ҡырҡып, төрлө эштәрҙә йөрөнөм, - тип хәтер йомғағын һүтте Рима Тимерғәле ҡыҙы.
Рахманғоловтар 1964 йылда ғаилә ҡоралар. Бер йыл йәшәгәс, никахтарын рәсми теркәйҙәр. Биш ул менән ике ҡыҙға ғүмер биреп, уларҙы үҫтереп, уҡытып, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтыралар. Бөгөн улар 10 ейән-ейәнсәренең уңыштарына ҡыуанып, уларҙы һөйөп йәшәй. Иң өлкән Рәшиҙә ҡыҙҙары һәм Ришат улдары Орск ҡалаһында ғаилә ҡороп йәшәйҙәр. Илдар улдары ғаиләһе менән Таштуғай ауылында төпләнгән. Рәсим улдары кәләше һәм балалары менән Аҡъяр ауылында йәшәй. Үкенескә күрә, Илһам улдары мәрхүм булып ҡала, ғаиләһе ауылда тора. Илмир улдары ата-әсәһе янында, уларҙың уң ҡулы. Иң кеселәре Сажиҙә ҡыҙҙары ғаиләһе менән Таштуғай ауылында йәшәй. Рахманғоловтар оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, күпләп ҡош-ҡорт тоталар, мал-тыуар аҫрайҙар, баҡса ла үҫтерәләр. Хужалыҡ эшендә улдары Илмирҙың ярҙамы бик ҙур.
- Парлы ғүмер юлында төрлө ваҡыттар булды, әммә икең татыу булғас, тормош ауырлығы әллә ни һиҙелмәне, – ти Рима Тимерғәле ҡыҙы.
Әйткәндәй, быйыл ул 80 йәшлек оло юбилейын ҡаршыланы. Шулай уҡ был өлгөлө пар сентябрь айында Гәүһәр туйҙарын билдәләргә йыйына. Ғаилә ауылда абруй ҡаҙанған. Бер-берһенә һәм ауылдаштарына ҡарата иғтибарлы булғандары һәм уңғанлыҡтары өсөн уларҙы ихтирам итәләр.