

Уҙған төндә Өфө – Ырымбур автомобиль юлының 135-се саҡрымында көслө авария булған. Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, көйләнгән юл сатында “Лада Ларгус” һәм “Киа Оптима” автомобилдәре бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә өс кеше, “Киа Оптима” водителе һәм “Лада Ларгсус”тағы ике пассажиры һәләк булған. Ике кеше йәрәхәтләнгән.
Шулай уҡ 6 июлдә Ишембай районында, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск автомобиль юлының 52-се километрында, 23 йәшлек водитель, “Опель Астра” менән идара итеп, Мораҡ ауылы яғынан Ҡолғона ауылы йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә, руль идаралығы менән идара итә алмай, хәрәкәт барышында юлдан һул яҡҡа сығып түңкәрелә.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 16 йәшлек пассажир ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем юл фажиғәһендә вафат булған. Водителде һәм тағы өс пассажирҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһының дауаханаһына алып киләләр. Бер аҙҙан реанимация бүлегендә алған йәрәхәттәренән сит ил машинаһының 18 йәшлек пассажиры вафат була.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Күмертау ҡалаһында 39 йәшлек “Шевроле Нива” автомашинаһы водителе, Архитектура урамы буйлап Вокзал урамы яғына хәрәкәт иткәндә, идараны юғалтып түңкәрелә.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Нива” автомашинаһының 40 йәшлек пассажиры алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында вафат була. Тағы бер 38 йәшлек пассажир һәм водитель төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Төндә уртаһында Йылайыр районының Йылайыр ауылының Комсомол урамында юл фажиғәһе теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 42 йәшлек водитель “Чери Тигго” автомобилен йөрөткәндә хәрәкәт итеүсе транспортты ҡаршыларға барған 24 йәшлек ҡыҙҙы тапаған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ҡыҙ алған тән йәрәхәттәренән ваҡиға урынында вафат була.
Әбйәлил районында шәмбелә көндөҙгө сәғәт 12-лә Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск ауыл биләмәһенең 264-се саҡрымында 36 йәшлек “БМВ” мототранспорты водителе “Фольксваген Гольф” маркалы автомашина менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә мотоциклсы алған йәрәхәттәренән ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем урында уҡ вафат була.
Шулай итеп, уҙған ял көнөндә бер тәүлектә республика юлдарында һигеҙ кеше һәләк булды. Был ҡот осҡос күрһәткес һәр водителде, пассажирҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәү ниндәй фажиғәле эҙемтәләргә килтереүен иҫкәртергә һәм уйға һалырға тейеш.
Хөрмәтле водителдәр, онотмағыҙ, һеҙ үҙегеҙҙең генә түгел, ә пассжирҙарҙың ғүмере өсөн дә яуаплы.
Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһынан.