

Фотолағы һөйкөмлө, матур, алсаҡ йөҙлө, әммә ата-әсә хәстәрлегенә, һөйөүгә мохтаж балаларҙы күреп, күңел әрней. Эйе, сабыйҙар дәүләттең ышаныслы тәрбиәһендә, тик уларҙы яратҡан ата-әсәнең йылылыҡ менән солғап алыуы күпкә яҡшыраҡ булыр ине, әлбиттә.
Сабыйҙар ғаиләлә йәшәргә хыяллана. Иң кескәйҙәре Ангелинаға ни бары йәш тә өс ай ғына. Бик тыныс, иркә ҡыҙыҡай, тиҙәр. Урамда йөрөргә ярата, ҡыҙыҡһыныусан.
Иван һәм Семен – уның ағалары. Ваня - күңелсәк, алсаҡ малай, уға 3,5 йәш. Балалар менән аралаша, уйнарға ярата, һүрәттәр төшөрә, пазлдар йыя.
Иң өлкәндәре – Семен, уға 6,5 йәш. Ул туғандарын бик ярата, хәстәрләргә тырыша. Уға машина, робот һәм конструкторҙар менән уйнау оҡшай.
Был яҙманы таратырға ярҙам итһәгеҙ ине, бәлки, кемдер балаларҙың теләген тормошҡа ашырырға баҙнат итер, сабыйҙар өсөн көтөп алған ғаиләгә әүерелер.
Рәсәй ҡанундарына ярашлы, бер туғандарҙы төрлө ата-әсәләргә тапшырырға, айырырға ярамай. Бөтә мәғлүмәттәрҙе төбәк операторына шылтыратып белергә мөмкин: 8 (347) 218-03-62.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаь яҡлау министрлығы.