

Хәйбулла ерендә Ейәнсура һәм Йылайыр райондары ирекмәндәре осрашты. Сараның тәүге өлөшө тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейында үтте. Унда ҡунаҡтарҙы музей директоры Рәзилә Байғусҡарова музей һәм күргәҙмә менән таныштырҙы."Үҙ геройҙарым" проекты етәксеһе Динә Аҡҡужина ҡыҫҡаса грант саралары тураһында һөйләп үтте. Артабан сара Садовый ауылында дауам итте. Унда райондың бөтә тораҡ пункттары вәкилдәре, «Тыуған тыл. Хәйбулла» махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам төркөмө активистары ҡунаҡтарҙы күргәҙмә менән ҡаршы алды. Йылайыр һәм Ейәнсура райондарынан килгән ҡунаҡтарға бер нисә майҙансыҡта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү өсөн кәрәкле әйберҙәр етештереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
Сара һөҙөмтәле үтте: ҡатнашыусылар үҙҙәренә яңы белем алды, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты, фекерҙәштәр тапты.