Яңылыҡтар
2 Июль 2025, 11:26

Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә

Алдағы биш йыллыҡта Башҡортостанда автомобиль юлдарын үҫтереүгә һәм транспорт хеҙмәттәре сифатын күтәреүгә 120 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Был хаҡта республика премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.

Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтеләРеспубликаның автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә
Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә

Аҡса республиканың «Юл хужалығы», «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге», «Пассажир һәм йөк ташыуҙы үҫтереү» һәм «Газ-мотор яғыулығы баҙарын һәм электромобилдәр өсөн зарядлау инфраструктураһын үҫтереү» ярҙамсы программаларын үҙ эсенә алған транспорт системаһын үҫтереү дәүләт программаһы сиктәрендә бүленә.

Башҡортостан хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектына ингән «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектының төбәк проекттары ла ошо программаға берләштерелгән.

Бынан алдараҡ «Башинформ» 2030 йылға республикала яңы автомагистралдәр төҙөргә йыйыныуҙары хаҡында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2025-07-01/na-razvitie-avtodorog-bashkirii-napravyat-svyshe-120-mlrd-rubley-4297480

Автор:Иван Вавилов
Фото:Валерий Шахов
Автор:
Читайте нас