Яңылыҡтар
1 Июль 2025, 09:37

Тағы ла ҡот осҡос фажиғә, ике үҫмер һәләк булған...

Ата-әсәләр, балағыҙға мототранспорт алып бирер алдынан уның эҙемтәләре тураһында уйлағыҙ!    

Тағы ла ҡот осҡос фажиғә, ике үҫмер һәләк булған...Тағы ла ҡот осҡос фажиғә, ике үҫмер һәләк булған...
Тағы ла ҡот осҡос фажиғә, ике үҫмер һәләк булған...

Кисен Ҡалтасы районында, Өфө – Яңауыл автомобиль юлының 179-сы саҡрымында, авария булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Яңауылдан 14 йәшлек үҫмер питбайк руле артында ҡаршы килгән "Лада Грант" автомобиле менән бәрелешкән. Еңел автомобиль рулендә 19 йәшлек урындағы кеше булған.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә мототранспорт водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе үк йән биргән. Нефтекама ҡалаһынан булған 14 йәшлек пассажиры медицина учреждениеһына алып китеп барғанда вафат булған.

Полиция хеҙмәткәрҙәренең фажиғә сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлау буйынса эшен координациялау өсөн юл-транспорт ваҡиғаһы урынына республика Дәүләт инспекцияһы начальнигы урынбаҫары, полиция подполковнигы Эдуард Иҙрисов сыҡҡан. Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында шулай уҡ тәфтиш-оператив төркөм һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистары эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана.

Хөрмәтле ата-әсәләр, һеҙ балағыҙға мототранспорт алып бирер алдынан уның эҙемтәләре тураһында уйлағыҙ! Күҙ терәп торған балағыҙҙы үҙегеҙ үк упҡынға - үлемгә этәһегеҙ бит.

Алдан иҫкәртеүебеҙсә, бәлиғ булмаған водитель мопед, скутер, мотоцикл, автомобиль менән идара иткән өсөн, идара итеү хоҡуғына эйә булмайынса, 5 - 15 мең һум штраф рәүешендә административ яуаплылыҡ ҡаралған. Шулай уҡ балаға руль артына ултырырға рөхсәт иткән кеше лә яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ, йышыраҡ был - ата-әсәләр. Транспорт сараһын тапшырған өсөн 30 мең һум түләргә тура киләсәк.

Әгәр бәлиғ булмаған 16 йәштән кесерәк булһа, уның өсөн РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35-се статьяһы буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылырға мөмкин булған законлы вәкилдәр (ата-әсәләр, опекундар) яуаплы, шул уҡ ваҡытта транспорт сараһы махсус туҡталҡаға урынлаштырыла.  

Республикабыҙҙа ошондай хоҡуҡ боҙоуҙар һаны - өс тапҡырға, балаларына хәүефле саралар ышанып тапшырған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған ата-әсәләр һаны дүрт тапҡырға артҡан.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 29 майҙа Башҡортостанда “Не рули, малай!” иҫкәртеү кампанияһы старт алды. Бындай акция йәмәғәтселек иғтибарын балалар-водителдәр менән юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы мәсьәләһенә йәлеп итеү өсөн уҙғарыла. Иҫкәртеү акцияһы быйыл 31 октябргә тиклем дауам итәсәк.

Фото: Дәүләт автоинспекцяиһы видоеяҙмаһынан скриншот.

 
Тағы ла ҡот осҡос фажиғә, ике үҫмер һәләк булған...
Тағы ла ҡот осҡос фажиғә, ике үҫмер һәләк булған...
Тағы ла ҡот осҡос фажиғә, ике үҫмер һәләк булған...
Автор:
Читайте нас