Яңылыҡтар
27 Июнь 2025, 09:44

Аааа, башҡа һыймаҫлыҡ хәл!!!

Муттар йоғонтоһона эләккән әбей менән бабай аферистарға 118 миллион һум аҡса биргән! Тағы ла 22 миллион һумды ебәрергә йыйынғандар.    

Абсолют рекорд Учалы районында теркәлгән!

"Альфа-Банк"тың урындағы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренең иғтибарлылығы арҡаһында 22 миллион һумды һаҡлап ҡалғандар.

Оло йәштәге ир менән ҡатын май айынан, Төмән өлкәһендә булған саҡтарында уҡ, телефон мошенниктарының йоғонтоһонда була, унда улар дөйөм алғанда 118 миллион һум аҡсаһын юғалта. Әммә Башҡортостанда ғына, һуңғы аҡсаларын хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә йыйынғанда, банк хеҙмәткәрҙәре клиенттарының үҙҙәрен шикле тотоуын күреп ҡала һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

Тап беҙҙең республикала шундай ярҙамсыл һәм битараф булмаған профессионалдар эшләүе менән ғорурланабыҙ!

Был турала "Мошки" телеграм-каналы хәбәр итә.

Автор:Баныу Ҡаһарманова

Автор:
Читайте нас