

Йәнтеш ауылы уңғандары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәрер өсөн көрәк һаптары әҙерләгән, миндек бәйләгән. Уларҙан был эстафетаны ҡабул итеп, изге эшкә Ғәлиәхмәт ауылыт халҡы ла ҡушылған. Ололар менән бергә балаларҙың да булыуы, ихлас күңелдән ярҙам итергә теләүе айырыуса ҡыуаныслы. Барыһын да бөгөн бер уртаҡ маҡсат берләштерә - алғы һыҙыҡта йөрөгән яугирҙәребеҙгә мөмкин тиклем ярҙам итеү һәм еңеүҙе яҡынайтыу.
Сығанаҡ: район хакимиәте