

Район мәҙәниәт йорто йырсыһы Наҙгөл Ултраҡова башҡорт батырҙарына арналған «Нуғайбәк» халыҡ йырын моңло башҡарыуы, призывниктарҙың береһе – «Сиҙәм» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Марсель Мөхәмәтйәновтың «Рекрут» бейеүен дәртле башҡарыуы барыһының да күңелен күтәрҙе. Тантаналы сара әрмегә алынған егеттәргә онотолмаҫлыҡ матур бүләк булды. Матур йолаға ярашлы, буласаҡ һалдаттарҙы оҙатырға егеттәрҙең ата-әсәләре, яҡындары, дуҫтары ла килде. Кемдер берҙән-бер, ә кемдер бер ыңғайы ике улын – игеҙәктәрҙе хәрби хеҙмәткә тулҡынланып оҙатты. Оҙатыусыларҙың барыһының да теләге бер булды: «Егеттәребеҙ матур хеҙмәт итеп, иҫән-имен әйләнеп ҡайтһындар. Иң мөһиме, донъялар тыныс булһын».
Был егеттәрҙең Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итеп, имен-һау әйләнеп ҡайтыуын, ә уларҙы көткән атай-әсәйҙәргә, туғандарға һәм дуҫтарға сабырлыҡ теләйбеҙ! Изге юл һеҙгә, буласаҡ Ватан һаҡсылары!
Белешмә:
1 апрелдән Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы башланды һәм ул 15 июлгә тиклем дауам итәсәк. Ошо осорҙа райондан йәмғеһе 60 егетте хәрби хеҙмәткә саҡырыу планлаштырыла. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу саралары план тәртибендә, Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә билдәләнгән ваҡытта үткәрелә. Рәсәй Президенты В.В.Путин ҡарарына ярашлы, егеттәр махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелмәй. Призывниктарҙың күбеһе уҡыу берләшмәләренә һәм хәрби частарға ебәрелә, унда улар биш айға тиклем заманса хәрби техниканы үҙләштерә һәм хәрби-иҫәп һөнәре ала. Уҡыуын тамамлағас, улар ғәскәрҙәргә ебәрелә.