

11 июлдә Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының мәҙәниәт һәм ял паркында Ирек Атанов иҫтәлегенә хәйриә концерты була. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, музыкант һәм композитор, популяр «Рух» рок-төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе 2023 йылдың апрелендә арабыҙҙан китте.
2024 йылдың 28 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән үлгәндән һуң Башҡортостандың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
— Концертта «Рух», «Дәрүиш-Хан», «Ант» төркөмдәре, музыканттар Руслан Ниғмәтов, Нәжип Юлдашбаев, Баймаҡтан Хәйҙәр Таһиров, Сибайҙан Альберт Салауатов, мәрхүмдең бер туған һеңлеһе Фәниҙә Атанова, Аҡъяр район мәҙәниәт йорто коллективтары ҡатнаша, — тип хәбәр итте «Башинформ»ға концертты ойоштороусыларҙың береһе Юлай Асҡаров. — Ҡатнашыусылар уның «Оран», «Осҡан торналар» һәм башҡа йырҙарын башҡара.
Коллега әйтеүенсә, район мәҙәниәт йортонда мемориаль таҡтаташ асыу планлаштырыла. Хәйриә концертында йыйылған аҡса музыканттың ҡәберенә һәйкәл ташы ҡуйыу өсөн тотонола.
Фото:социаль селтәрҙәр