Сираттағы гуманитар ярҙам махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелде. Ғәҙәттәгесә, уны йыйыуҙа битараф булмаған хәйбуллалар ҡатнашты һәм яугирҙар өсөн иң кәрәкле әйберҙәр йыйылды. Эвакуация арбалары, маскировка селтәрҙәре, һыу, ҡоро душ, салфеткалар һәм башҡалар ебәрелде. Үҙ сиратында «Беҙ бергә – көс!” фонды Шайморатов исемендәге штаб һәм «Хәйбулла» ирекмәндәре менән берлектә Донецк ҡалаһының ялан госпиталдәренә гуманитар ярҙам ебәрҙе.
-Беҙҙең ауылы биләмәһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар күп. Шуға күрә уларға даими гуманитар ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ. Бөгөн ауыл биләмәләренән алып киленгән маскировкалау селтәрҙәре, гигиена өсөн кәрәк-яраҡтар, пластик һауыттарҙа шишмә һыуы, яралыларҙы ташыу өсөн эвауация арбалары, боҙолмаған аҙыҡ-түлек һәм башҡа әйберҙәр тейәнек. Өфөлә “Урал” йөк машинаһына тәгәрмәстәр тейәйәсәкбеҙ. Гуманитар ылауҙы үҙем дә оҙатып барам, -- тине Атингән ауыл биләмәһе башлығы Айнур Юнысов.
- Сираттағы отпускам тамамланып, әле ҡабат юлға сығырға йыйынам. Бер юлы гуманитар ярҙам алып барабыҙ. 2022 йылдан махсус хәрби операция биләмәһендәмен һәм яугирҙарҙың кемеһе ҡайҙа торғанын, уларға ниндәй әйберҙәр кәрәклеген яҡшы беләм. Хәйбулла районы етәкселегенә һәм халҡына гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәтемде белдерәм. Әгәр ҙә шундай тыл булмаһа, беҙгә ҡыйынға тура килер ине. Бөтә яугирҙар ҙа һәр саҡ сикһеҙ рәхмәтле. Ғөмүмән, беҙҙең республика башҡа төбәктәргә ҡарағанда яҡшы ярҙам күрһәтә. Егеттәр тыуған яҡтан килгән гуманитар ярҙамды көтөп алалар, - тине “Кәрим” позывнойлы яугир.
- Махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәребеҙгә Аҡьяр ауылының Акморон биҫтәһе халҡы әүҙем ярҙам итә. 10 июнь гуманитар ылау юлға сыға тигән хәбәр алғас та, яу ҡырында йөрегән егеттәргә нимә бик ныҡ кәрәклеген белешкәс, рабица (сетка) алырға аҡса йыя башланыҡ. Был эште Мәнфусә апай Аҡҡусҡарова ойоштороп ебәрҙе һәм иң беренселәрҙән булып аҡса ла күсерҙе. Ул үҙе Себер тарафтарында эштә йөрөй, шулай ҙа көн һайын шылтыратып, егеттәргә ярҙам итәйек тип янып йөрөгән апай ул. Беҙгә бик ҙур финанс ярҙам ҡулы һуҙа. Рәфилә апай Аллабирҙина һәм уның балалары ла берҙә ситтә ҡалмайҙар, ҡайһы тарафтарҙа эштә йөрөһәләр ҙә, аҡсалата ярҙам ебәреп торалар. Башҡа ауылдаштар ҙа - аҡморондар был эште әүҙем күтәреп, бик ҙур финанс ярҙам күрһәтәләр. Тиҙ арала 8050 һум аҡса йыйҙыҡ һәм шуға бөгөн рабица алып, гуманитар ылау менән оҙаттыҡ. Был беҙҙең тәүге генә ярҙамыбыз түгел, Акморон халҡы һәр оҙатылған гуманитар ылауҙа кәрәкле әйберҙәр әҙерләп, йыйып яу ҡырына ебәреп тора. Егеттәребеҙҙең имен-һау булып, Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, - тине ирекмән Лилиә Алсынова.