Яңылыҡтар
18 Июнь 2025, 13:59

Күңел йылыһын биреп, еңеүҙе яҡынайтабыҙ!

Бөгөн күп ир-егеттәр илебеҙ тыныслығы өсөн, ғаиләләренең матур тормошо, балаларының киләсәге өсөн яуҙа йөрөй. Ә тылдағылар  уларға һәр яҡлап ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыша. Йөрәк ҡушыуы буйынса, олоһо ла, кесеһе лә ең һыҙғанып эшкә тотондо — кемдер дошмандан һаҡлау өсөн селтәрҙәр үрә, кемдер, шәмдәр ҡоя, икенселәр юрғандар, кейемдәр тегә, бәғзеләр йылы ойоҡтар бәйләй, тушенкалар, сәк-сәктәр бешерә, туҡмастар киҫә, бетеүҙәр эшләй, изге теләктәр менән хаттар яҙа һәм башҡалар.

Был юлы һүҙебеҙ Яңы Ергән, Иләс, Өфө ауылдары ирекмәндәренең эшмәкәрлеге тураһында булыр. Урындағы миһырбанлы ҡатын-ҡыҙҙар эштән һәм өйҙәге мәшәҡәттәрҙән буш ваҡыт табып, яугирҙарға сираттағы гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәм әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. 

Зөлфиә Туҡбаева, Яңы Ергән ауылы:
—Ауылыбыҙҙың бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙары Маҡан ауылында үткәрелгән дрондарҙан ҡурсалаған одеялдар тегеү буйынса оҫталыҡ дәресендә өйрәнеп ҡайтҡайныҡ. Былтыр «Айыҡ ауыл»  бәйгеһенең муниципаль этабында лайыҡлы ҡатнашып, 3-сө урын алған өсөн беҙгә 70 мең һумлыҡ сертификат тапшырғайнылар. Шул аҡсаға кәрәкле материалдар алып, яугирҙарыбыҙҙы дрондарҙан ҡурсалаған одеялдар тегә эшенә ҡуш ҡуллап тотондоҡ. Вилә Күсәкова, Фәнүзә Бәрәкәтова, Зөһрә Ҡырымғужина, Вилә Ильясова, Флүрә Мәмбәтова, Фәниә Шәрипова, Айһылыу Таһирова, Гәүһәр Рәхмәтова һәм башҡалар был изге эште атҡарып сығырға ҙур өлөш индерҙеләр – берәүҙәр теген машинкаһы артында ултырып текте, икенселәр уларға ярҙамлашып, туҡымаларҙы киҫеп, әҙерләп торҙолар. Бына шулай бергәләп йәмғеһе 200-гә яҡын одеял тектек.
Рәсимә Науменко, Өфө ауылы:
—Ауылдың активистары эшкә йөрөгән кеүек йыйылып, МХО биләмәһендә хәрби бурысын үтәгән яугирҙарға ярҙам итеү өсөн берләшә. Беҙ маскировкалау селтәрҙәре үрәбеҙ, окоп шәмдәре ҡоябыҙ, ҡоро душ эшләйбеҙ, һалдаттарға кәрәкле әйберҙәр тегәбеҙ. Бынан тыш, ауыл халҡы һалдаттарға кәрәкле дарыуҙар һатып алыу өсөн даими рәүештә финанс ярҙам күрһәтә. Бөгөнгө көнгә ҡарай, 167  селтәр үрҙек, 4 маскировка халаты, 20 толстовка, меңдән ашыу ҡоро душ һәм шәмдәр әҙерләнек, ойоҡтар бәйләнек. Госпиталдәр өсөн эске кейемдәр һәм простынялар тектек. Яңыраҡ ҡына дрондарҙан ҡурсалаған одеялдар тегә башланыҡ. Мәрйәм Хәсәнова, Зифа Юланова, Гөлдәр Кәримова,  Лилиә Солтанғужина, Нина Анохина, Рәмилә Такалова,  Гөлсәсәк Әлбәкова,  Зөлфиә Юлдашева, Фатима Трофимова, Светлана Усатая,  Гөлсирә Ғөбәйҙуллина, Зилә Кинйәбаева ең  һыҙғанып эшләйҙәр, уларға оло рәхмәттәремде белдерәм.
Миңниса Рәхмәтова, Иләс ауылы:
—50-ләп маскировкалау селтәрҙәре үрҙек, ауыл халҡы ярҙамы менән 12 мең һумға медикаменттар алдыҡ, 200-ән ашыу банка быҡтырылған ит әҙерләнек, ҡорот киптерҙек, окоп шәмдәре, шифалы үләндәрҙән сәй әҙерләнек. Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Зилә Шәрипова, китапханасы Нәжиә Асҡарова, Яңылбикә Фәтхуллина, Мөнирә Шәрипова, Рита Шәрипова, Рәйлә Ҡунаҡова, Резеда Рәхмәтова,  Миңһылыу Солтанова – иң әүҙем ярҙам итеүселәр. Әлеге ваҡытта 6 селтәр үрәбеҙ, уларҙы сираттағы гуманитар ылау менән оҙатабыҙ.
Автор:Аниса Рахмангулова
Читайте нас