Яңылыҡтар
18 Июнь 2025, 05:14

Башҡорт биҙәге төшөрөлгән банк карталары сығарылды

-

Башҡорт биҙәге төшөрөлгән банк карталары сығарылдыБашҡорт биҙәге төшөрөлгән банк карталары сығарылды
Башҡорт биҙәге төшөрөлгән банк карталары сығарылды

Рәсәйҙең иң эре банкы илдең иң күп халыҡ йәшәгән милли төбәктәренең фольклор мотивтары менән карталар сығарҙы. Улар – Башҡортостан, Татарстан, Яҡутстан, Бүрәтстан һәм мәҙәни баш ҡала булараҡ Санкт-Петербург. Был хаҡта Башҡортостандың кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһынан хәбәр иттеләр.

Башҡортостан картаһы өсөн орнаментты Өфө рәссамы Нелли Аҡсурина төшөргән.

«Ысын башҡорт орнаменты декоратив элемент ҡына түгел, ә визуаль код булып тора. Үҙ эшемдә мин башҡорт биҙәгенә хас геометрик һәм үҫемлек мотивтарын берләштерҙем, композицияның нигеҙендә – малсылыҡ, үләндәр һәм уңдырышлылыҡ символы булған ҡусҡар биҙәге», — тип һөйләне Нелли Аҡсурина.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-06-17/bashkirskiy-ornament-popal-na-bankovskuyu-kartu-4278617

Автор:Элина Әхмәтова
Автор:
Читайте нас