Яңылыҡтар
11 Июнь 2025, 06:24

Яңы Ергән ауылынан Фәнүзә Бәрәкәтоваға уңыш йылмайҙы

Ул "Хәйбулла хәбәрҙәре"нә яҙылып бүләк отто

Яңы Ергән ауылынан Фәнүзә Бәрәкәтоваға уңыш йылмайҙыЯңы Ергән ауылынан Фәнүзә Бәрәкәтоваға уңыш йылмайҙы
Яңы Ергән ауылынан Фәнүзә Бәрәкәтоваға уңыш йылмайҙы

Фәнүзә Бәрәкәтова, Яңы Ергән ауылы:
–Элек-электән ата-әсәйҙәребеҙ «районканы» алдырҙы, мәктәп йылдарынан уҡый башланыҡ. Беҙ бала саҡта «Хеҙмәт байрағы» тип аталды, унан һуң «Яңы тормошҡа», ә хәҙер үҙебеҙ «Хәйбулла хәбәрҙәре»нә һәр ваҡыт яҙылып торабыҙ. Тормош иптәшем менән икәүләп ярышып, бер битен дә ҡалдырмай уҡып барабыҙ. Район гәзитенән тыш, республика баҫмаларына ла яҙылабыҙ. Уңыш миңә йыш ҡына йылмайып тора, элегерәк тә отош уйындарында ҡатнашып, бүләк алғаным булды. Бер нисә йыл отмай торҙом, шулай булһа ла кәйефемде төшөрмәнем. Быйыл яҙылғас та иң беренселәрҙән булып квитанциямды редакцияла теркәттем һәм бүләкле булдым. Әлбиттә, бүләк отам ғына тип яҙылмайым, иң мөһиме ул баҫманы
ҡулға тотоп уҡыу, яңылыҡтарҙы белеү. Башҡаларҙы ла район тормошон күҙәтеп барырға, «Хәйбулла хәбәрҙәре»нә яҙылырға саҡырам.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас