Яңылыҡтар
11 Июнь 2025, 06:49

Ура! Бәпес тыуҙы!

Индира һәм Рөстәм Нәбиевтарҙың кеме бар?

Ура! Бәпес тыуҙы!Ура! Бәпес тыуҙы!
Ура! Бәпес тыуҙы!

Билдәле яҡташыбыҙ, блогер Рөстәм Нәбиевты күптәр социаль селтәрҙәр аша күҙәтеп бара. Казарма емерелеп аяҡтарын юғалтһа ла, күптәргә көслө рух өлгөһө булған Рөстәмдең ике ҡыҙы – Сафия менән Әминә бар. Уларҙың ҡатыны Индира менән өсөнсөгә бәпес көткәнен күптәр белә ине.

Һәм бөгөн төндә Нәбиевтар ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға булды: уларҙың өсөнсө бәпестәре донъяға килде. Әйткәндәй, үҙҙәренең кеме тыуырын Рөстәм менән Индира белмәй ине – улар табиптарҙан быны махсус рәүештә әйтмәүҙе һораны. Йыш ҡына: “Кем тыуһа ла тыуһын, тик иҫән-һау булһын” ти ине Нәбиевтар. Шулай ҙа Рөстәмдең яҙылыусылары уға "ике ҡыҙҙан һуң малай кәрәк" тип йыш яҙҙы.

Йәш ата-әсә үҙенә килһен дә, яңылыҡтарын әйтер. Әлегә уларға ныҡлы һаулыҡ, тыныс төндәр теләйбеҙ. Төклө аяғың менән, сабый!

Фото: Рөстәм Нәбиевтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән. 

Автор:
Читайте нас