

Социаль хеҙмәткәр булып изге күңелле, мәрхәмәтле кешеләр генә эшләй алалыр ул. Сөнки оло йәштәгеләр менән уртаҡ тел табып, даими хәстәр һәм иғтибар менән солғап алыу өсөн етерлек түҙемлек тә, күңел йылыһы ла кәрәк. Аҡнаҙар ауылының ололарын ҡараған Гөлсимә Ишкилдина «Алтын быуын» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә намыҫлы эшләй. Гөлсимә Иҙрис ҡыҙы Аҡнаҙар ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Тыуған ауылында 3-сө класты тамамлағандан һуң, 10-сы класты бөткәнсе Ғәлиәхмәт урта мәктәбендә белем ала. Хеҙмәт юлын Аҡъяр ауылындағы кондитер цехында башлай. 1990 йылда ауылдашы Рацил Шәрифулла улы менән тормоштарын бәйләйҙәр. Бер-бер артлы ике улға – Рәмил менән Йәмилгә һәм бер ҡыҙға – Гөлнәзирәгә ғүмер бирәләр. Өлкән улы Рәмил Аҡъяр һөнәрселек училищеһында уҡып ҡулына диплом ала. Әлеге ваҡытта Аҡъяр ауылындағы 93-сө янғын һағы часында эшләй, тормош иптәше Гүзәл менән Аҡъяр ауылында йәшәйҙәр, бер ул үҫтерәләр. Икенсе улы Йәмил шулай уҡ Аҡъяр ауылында төпләнә. Һөнәрселек училищеһын тамамлап, автосервиста эшләй. Килене Винера менән бер ул үҫтерәләр. Кесе ҡыҙы Гөлнәзирә Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлай. Ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында төпләнә, әлеге ваҡытта ике йәшлек ҡыҙы менән декрет ялында.
тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең 23-сө һанында уҡығыҙ