

Фирүзә Юламанова, Ғәлиәхмәт ауылы:
–Хаҡлы ялда булыуыма ҡарамаҫтан, Аҡъюл ауыл биләмәһе хакимиәтендә белгес булып эшләйем. Йыл һайын «Хәйбула хәбәрҙәре»нә яҙылып торам. Мәҡәләләрҙе ҡыҙыҡһынып уҡып барам. Ошолай бүләк биреп гәзит уҡыусыларығыҙҙы ҡыуандырып торғанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Барыһына ла уңыш йылмайыуын теләйем, гәзиткә яҙылыусылар күп булһын.