Яңылыҡтар
6 Июнь 2025, 10:53

Геройҙарҙың ата-әсәләре менән осрашыу

Радий Хәбиров генерал Шайморатов ордендарын Хәйбулла районынан махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә тапшырҙы

Яугирҙар иҫтәлеге өсөнЯугирҙар иҫтәлеге өсөн
Яугирҙар иҫтәлеге өсөн

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров район хакимиәтендә МХО-ла батырҙарса һәләк булған яугирҙар – Айнур Иҙелбаев, Наил Әфләтунов, Дамир Хәмәҙиев, Рамаҙан Иманғолов һәм Станислав Кусакиндың ғаиләләре менән осрашты.

Төбәк етәксеһе геройҙарҙың ата-әсәләренә ысын күңелдән ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн үлгәндән һуң Генерал Шайморатов орденына лайыҡ булған хәрбиҙәрҙең яҡындарына тапшырҙы.

– Һеҙ ысын геройҙар, иҫ китмәле кешеләр тәрбиәләгәнһегеҙ. Республиканың бурысы – һеҙҙең хаҡта хәстәрлек күреү, яугирҙәрҙең ҡатындарына һәм балаларына ярҙам итеү. Беҙҙә ярҙам сараларының киң спектры эшләй, уларҙы мотлаҡ файҙаланырға кәрәк. Һорауҙар килеп тыуһа, муниципалитет башлығы һеҙгә һәр саҡ кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙер. Әлбиттә, һеҙ – районда бөтә тантаналы сараларҙың иң төп ҡунаҡтары, – тине Радий Хәбиров.

Өфөлә һәләк булған махсус хәрби операция ҡатнашыусылары иҫтәлегенә мемориал төҙөргә ниәтләйҙәр, тип билдәләне Радий Хәбиров. Ә обелисктар һәм хәтер аллеялары республиканың һәр муниципалитетында барлыҡҡа киләсәк.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ осрашыуҙа махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған яугирҙарҙың ғаилә ағзалары биргән һорауҙар буйынса бер нисә йөкләмә бирҙе.

Яугирҙар иҫтәлеге өсөн
Яугирҙар иҫтәлеге өсөн
Яугирҙар иҫтәлеге өсөн
Яугирҙар иҫтәлеге өсөн
Яугирҙар иҫтәлеге өсөн
Яугирҙар иҫтәлеге өсөн
Яугирҙар иҫтәлеге өсөн
Авторҙар:Раян Атанбаев
Читайте нас