Яңылыҡтар
6 Июнь 2025, 12:29

Гөр килеп торҙо һабантуй байрамы

-

Гөр килеп торҙо һабантуй байрамыГөр килеп торҙо һабантуй байрамы
Гөр килеп торҙо һабантуй байрамы

Һабантуй байрамын спорт ярыштарынан тыш күҙ алдына килтереп тә булмай. Тантананың рәсми өлөшөнән һуң, һәр кем күңеленә ятҡан бәйгелә үҙен һынап ҡарай, яҡындары өсөн көйә, ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп, сәмләндереп тора алды. Район халҡы һәм ҡунаҡтар  ат сабышы, волейбол, көрәш, шахмат, гер күтәреү, тоҡтарҙа йүгереү, көршәк ватыу, ҡолғаға менеү һинд боксы, көйәнтә, йөҙгөстәр менән йүгереү, фитбол менән һуғыш кеүек уйындарында ҡатнашты. Һабантуйҙа ойошторолған халыҡ уйындарында күптәр рәхәтләнеп ярышып, сағыу байрамдан иҫтәлекле бүләктәр ҙә алып ҡайтты. Мәҫәлән, Горват Ринат ҡолғаның иң башына тәүгеләрҙән үрмәләп менеп ҡыйыулығы менән күптәрҙе һоҡландырҙы. Әйткәндәй, ул йыл да ошо бәйгелә ҡатнашып, призлы урындар яулай. Күрше Йылайыр районынан да килгән Ҡудашев Вилнур, Игебаев Йәмил йәһәт кенә ҡолға башына үрмәләнеләр.

Гөр килеп торҙо һабантуй байрамы
Гөр килеп торҙо һабантуй байрамы
Гөр килеп торҙо һабантуй байрамы
Гөр килеп торҙо һабантуй байрамы
Гөр килеп торҙо һабантуй байрамы
Гөр килеп торҙо һабантуй байрамы
Автор:Аниса Рахмангулова
Читайте нас