

Тәүгеләрҙән булып ярышта 2 йәшкә тиклемге аттарҙа ҡатнашҡан жокейҙар 1,6 км арауыҡта уҙышты һәм беренсе булып финишҡа «Орда» ҡушаматлы саптарында Гавриил Матвеев (В.Матвеев шәхси хужалығы, Яңы Петровск ауылы) килде, 2-се булып финиш һыҙығы аша “Дамка” ҡушаматлы арғымаҡта Илфат Мәмбәтов (И.Әбделмәнов шәхси хужалығы, Степной ауылы) үтә, ә өсөнсөлә – «Ласточка» ҡушаматлы арғымағында Илнар Ишбулдин (Р.Ишкилдин шәхси хужалығы, Яңы Ергән ауылы).
Киләһе сабышта һыбайлылар Хәйбулла районы хужалыҡтарының эш аттары араһында 3,2 саҡрым арауыҡта уҙышты. Был ярышта Рәфис Тазетдинов “Алан” ҡушаматлы атында (И.Тазетдинов КФХ-һы, Степной ауылы) беренселекте бирмәне. 2-се урынды «Мәргән» саптарында сая ҡыҙ Нурания Күсәрбаева яулағайны (Т.Күсәрбаев шәхси хужалығы, Аҡъяр ауылы), ә 3-сө урынды «Малыш»та Виталий Рогалев (В.Рогалев шәхси хужалығы, Степной ауылы) яуланы.
Шулай уҡ биш һәүәҫкәр жокей ҡатнашҡан юртаҡтар ярышы ла ҡыҙыҡлы булды. Беренсе булып финиш һыҙығын «Гирлянда» атында Степной ауылынан Илһам Әбделмәнов үтте, икенсе урында «Гентан»да Виталий Рогалев (В.Рогалев шәхси хужалығы, Степной ауылы) һәм өсөнсө булып, «Вольная» атында Аҡъяр ауылынан А.Рогалев (Т.Ғафаров шәхси хужалығы) килде.
Артабан старт һыҙығына Хәйбулла районы фермер хужалыҡтарынан башҡорт тоҡомло аттарында биш һыбайлы сыҡты, улар 3.2 километр арауыҡҡа сабышты. Һөҙөмтәлә 11 йәшлек Гавриил Матвеев «Малай» ҡушаматлы атында еңеү яуланы. Унан саҡ ҡына ҡалышып, «Заря» саптарында Владимир Матвеев (икеһе лә В.Матвеев КФХ-һы, Яңы Петровск ауылы) 2-се булһа, 3-сө урында – «Аманат» ҡушаматлы арғымағында Степнойҙан Айгиз Тазетдинов (И.Тазетдинов КФХ-һы).
Ат спорты ярыштары традиция буйынса бәйге менән тамамланды. Бында һыбайлылар 3 йәштән өлкәнерәк аттарҙа 4.8 км арауыҡта сабышты. Һөҙөмтәлә финал ярыштарҙа еңеүҙе «Френкель» арғымағында Степной ауылынан Айгиз Тазетдинов яуланы (И.Тазетдинов шәхси хужалығы), икенселә – «Грек» ҡушаматлы саптарҙа Илсур Рамаҙанов (А.Абдуллин шәхси хужалығы, Баҡал ауылы), өсөнсө булып финиш һыҙығын «Красавчик»та Яңы Петровск ауылынан Владимир Матвеев үтте.