

Район хакимиәтендә Урал аръяғы райондарының ЗАГС бүлеге начальниктарының төбәк семинар-кәңәшмәһе үтте. Уның эшендә БР Юстиция дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Альмира Солтанова, “Дәүләт юридик бюроһы” учреждениеһы директоры Павел Хотемлянский, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Урал аръяғының ЗАГС бүлектәре начальниктары ҡатнашты.
Кәңәшмәлә республиканың Загс бүлектәре эшмәкәрлеген ойоштороу, гражданлыҡ хәле акттарын дәүләт теркәүе өлкәһендәге ҡануниәт яңылыҡтары һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Семинар аҙағында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре, һөнәри оҫталыҡтары өсөн бер төркөм Загс бүлеге начальниктарына Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары тапшырылды. Шул иҫәптән, Хәйбулла районы ЗАГС бүлеге начальнигы Заһира Биккинина күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бүләкләп үтелде.