

Мәҡәләм геройы Иҫәнгилде ауылында Фәйзрахман менән Ғилминур Иҫәнгилдиндарҙың күп балалы ғаиләһендә тыуып үҫкән. Мәктәпте тыуған ауылында тамамлай. Төрлө эштәрҙә эшләй, уны йәшләй генә кейәүгә бирәләр. Йәштәр оҙаҡ бергә йәшәмәйҙәр, сәбәбе килеп сығып айырылышалар. 1972-1973 йылдарҙа Юлдыбай ауылында һыйыр һауыу операторына уҡып сыға. Совхозда һауынсы, быҙау ҡараусы булып эшләй, яҙғы-көҙгө осорҙа һарыҡтарҙың йөнөн ҡырҡалар. Ураҡ осоронда төнгө сменаға сығып та эшләй. Тормош үҙ яйы менән барғанда шул уҡ ауылда йәшәгән Рәшит исемле өс балалы тол ир тәҡдим яһай. Шулай итеп 1974 йылда ғаилә ҡоралар һәм ул 3 бала әсәһенә әүрелә. Иренең балаларын да ҡабул иткән, уларға әсәй булған, бына шундай оло йөрәкле ҡатын булыуы һоҡландыра. Мәфтүхәгә ул ваҡытта 6, Мәлифәгә – 4, Вәхиткә ни бары 2 йәш кенә була. Етеш, матур итеп донья көтә башлай улар. Тормош иптәше газ хеҙмәтендә лә эшләй, оҫта электрик була. Өс балаға өҫтәп, ғаиләлә бер-бер артлы тағы ике ул һәм ике ҡыҙ донъяға килә. Балаларҙы айырмай, Фирҙәүес Фәйзрахман ҡыҙы барыһын да бер иш ҡарай. Хәҙер инде һәр береһенең тиерлек үҙ ғаиләһе, балалары бар.
–Балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем барыһы ла килеп йөрөйҙәр. Улар өсөн һөйөнәм, мине ҡыуандырып ҡына торалар. Ете балам да үҙ юлдарын һайлап, һөнәр алдылар, лайыҡлы эшләп йөрөйҙәр, – ти Фирҙәүес Фәйзрахман ҡыҙы.
Мәфтүхә ғаиләһе менән Сибай ҡалаһында йәшәй, бер ҡыҙ һәм бер ул үҫтергәндәр. Мәлифә ғаиләһе менән Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында төпләнә. Вәхит әлеге ваҡытта Иҫке Сибай ауылында тора. Хизбулла әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашып, Тыуған иле именлеге өсөн икенсе йыл һуғыша.
Тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең 22-се һанында уҡығыҙ!