Яңылыҡтар
5 Июнь 2025, 07:13

Имле ҡуллы Мәғүҙә инәй

Иҫәнгилде ауылында изге күңелле, йомарт инәйҙәр күп. Ә бөгөнгө һүҙем йор һүҙле, тыйнаҡ, тыныс, йомарт, оҫта ҡуллы, оло йөрәкле, имләүсе Мәғүҙә Иҫәнгилдина тураһында булыр.

Имле ҡуллы Мәғүҙә инәйИмле ҡуллы Мәғүҙә инәй
Имле ҡуллы Мәғүҙә инәй

Баҡтиһәң, билдәле имсе Мөжәүир хәҙрәт уға атаһы яғынан яҡын туған икән. Иҫәнгилде ауылында йәшәп, һаман да төрлө сирҙәрҙән, күҙ тейеү, өсйәндән имләгән шифасы Мәғүҙә Мостафа ҡыҙы менән осрашыу онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Ул Баймаҡ районы Байыш ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. 1940 йылда донъяға килгән ҡыҙҙың бала сағы ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдарға тура килә. Тыуған ауылының 7 йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң төрлө эштәрҙә эшләргә тура килә уға.
–Беҙҙең ваҡытта эш ауыр булды, бәләкәй генә көйө эрзинкә итектәр кейеп быҙау ҡараныҡ, һыйырын да һауҙыҡ, бригадир ҙа булып эшләнем, ырҙын табағында бойҙайын да таҙаланыҡ. Килен булып Иҫәнгилде ауылына төшкәс, һауынсы, быҙау ҡараусы булып эшләнем, һарыҡ та көттөм. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ниндәй эш бар, шунда йөрөнөм, – ти Мәғүҙә Мостафа ҡыҙы. 

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 22-се һанында уҡығыҙ

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас