Яңылыҡтар
5 Июнь 2025, 07:30

16 йәшенән һауынсы булып эшләгән

Иҫәнгилде ауылында йәшәүсе Гөлсирә Иҫәнгилдинаның атаһы һуғышҡа алынғанда уға ни бары бер йәш кенә булған. Ҡыҙы тыуғас һуғышҡа алынған Фазулла Исҡужин тыуған яғына кире әйләнеп ҡайтмай. Үҙе атайһыҙ, шул осорҙоң балалары кеүек аслыҡ-юҡлыҡты күреп, әсе тормошто татып үҫкәнгәлер, балаларына ғаилә, атай, ризыҡ ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәткән.

16 йәшенән һауынсы булып эшләгән16 йәшенән һауынсы булып эшләгән
16 йәшенән һауынсы булып эшләгән

Ҡәһәрле һуғыш күпме баланың яҙмышына үтеп инеп, өмөт-хыялдарын селпәрәмә килтергән, балалыҡ бәхетенән мәхрүм иткән. Бала һәм һуғыш төшөнсәләре бер-береһе менән ярашырға тейеш булмаһа ла, иң әсе һуғыш яҙмышына тап улар – һуғыш осоро балалары дусар була. Уларға был дәһшәтле йылдар шаһиты булырға тура килгән. Иҫәнгилде ауылында йәшәүсе Гөлсирә Иҫәнгилдинаның атаһы һуғышҡа алынғанда уға ни бары бер йәш кенә булған. Ҡыҙы тыуғас һуғышҡа алынған Фазулла Исҡужин тыуған яғына кире әйләнеп ҡайтмай. Үҙе атайһыҙ, шул осорҙоң балалары кеүек аслыҡ-юҡлыҡты күреп, әсе тормошто татып үҫкәнгәлер, балаларына ғаилә, атай, ризыҡ ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәткән.

Гөлсирә Фазулла ҡыҙы Баймаҡ районының Байыш ауылында тыуып үҫкән. 7-се класты тамамлағандан һуң, 16 йәшендә һауынсы булып эшләй башлай. 1960 йылда үҙенең ғүмерлек юлдашын, Иҫәнгилде ауылы егете Яныбай Һаҙый улын осратып, гөрләтеп ғаилә ҡороп ебәрәләр.Тормош иптәше эшлекле, егәрле була. Үҙ ҡулдары менән ҙур, матур йорт һалып инәләр, ишек алдын тултырып мал-тыуар аҫрайҙар, ҡошҡорт үрсетәләр. Ошондай эшһөйәр ғаиләлә биш ҡыҙ һәм бер улдары татыу ғаилә тормошон татып үҫкән. Үҙҙәренә уҡыу эләкмәгәнгә күрә, балаларын уҡытырға тырыша Иҫәнгилдиндар. Әле барыһының да үҙ донъяһы, ғаиләһе бар. Иң өлкән ҡыҙы Сәлимә Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, Яңы Ергән ауылы мәктәбендә 30 йылдан ашыу башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып, хаҡлы ялға сыға. 3 малайға матур тәрбиә, белем биреп аяҡҡа баҫтыра. Икенсе ҡыҙҙары Ғәлимә Сибай ҡалаһында төпләнә.

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 22-се һанында уҡығыҙ

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас