

Өфөлә студент ҡыҙ ата-әсәһенең йыйған аҡсаһын мутлашыусыларға күсергән. Ғаилә бер нисә йыл аҡса йыя. Аферисттарҙың ҡорбаны әйтеүенсә, 25 майҙа уға мессенджерҙарҙа шылтыратыуҙар килә башлай. Улар үҙҙәрен университет, Росфинмониторинг һәм хатта Рәсәй федераль именлек хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра, енәйәт эше ҡуҙғатыу менән янайҙар. Баҫымға бирелеп, ҡыҙ ғаилә сейфынан ата-әсәһе йылдар буйы йыйған бөтә тупланмаларҙы алып енәйәтселәрҙең күрһәтмәһе буйынса уларға банкоматтар аша күрһәтелгән иҫәптәргә 3 миллион һумдан ашыу аҡса күсерә. Ҡыҙының мутлашыусылар ҡулына эләгеүен аңлап, ғаилә шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә.
Фото: Ксения Калинина