Яңылыҡтар
3 Июнь 2025, 04:46

С. Юлаевҡа һәйкәл реставрацияһыҙ юҡҡа сығыуы ихтимал

Был турала эксперт хәбәр итте.    

С. Юлаевҡа һәйкәл реставрацияһыҙ юҡҡа сығыуы ихтималС. Юлаевҡа һәйкәл реставрацияһыҙ юҡҡа сығыуы ихтимал
С. Юлаевҡа һәйкәл реставрацияһыҙ юҡҡа сығыуы ихтимал

Павел Котельников әйтеүенсә, Салауат Юлаев һәйкәле – Башҡортостандың ғына түгел, ә күп милләтле дәүләтебеҙҙең дә символы. Әгәр уны реставрациялау буйынса ваҡытында саралар күрелмәһә, монумент юҡҡа сығыуы ихтимал.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау эшен башлайҙар. 30 июндә һәйкәл алдындағы майҙанға инеү ябыласаҡ, скульптураны Өфөләге махсус цехта реставрациялау өсөн һүтәсәктәр. Яңыртылған һәйкәлде асыу тантанаһы 2027 йылдың 11 октябрендә планлаштырыла. Реставратор-белгестәрҙе бик ҡатмарлы эш көтә. Уның үҙенсәлеге тураһында һәйкәлде реставрациялау проектының авторҙарының береһе, юғары категориялы рәссам-реставратор, Дәүләт реставрация ғилми-тикшеренеү институтының металл әҫәрҙәрҙе фәнни реставрациялау бүлеге мөдире Павел Котельников һөйләне.

"Скульптор Сосланбек Тавасиевтың был һәйкәлде төҙөү тарихы үҙенсәлекле. Билдәле булыуынса, уның идеяһы һуғыш йылдарында уҡ барлыҡҡа килә, ә 1967 йылда тормошҡа ашырыла. Ағиҙел йылғаһының бейек ярындағы урын бик уңышлы һайланған. Масштабы ла таң ҡалдыра. Был ҙур һәйкәл, тик шул уҡ ваҡытта ул бик динамик, сәнғәт күҙлегенән "тере" ҡойолған. Миңә ул бик оҡшай. Әлеге ваҡытта беҙ лак-буяу япмаһының аҡтарылыуын күрәбеҙ, аттың күмелдереге юҡҡа сыҡҡан, төрлө ваҡыттарҙағы буяуҙар күренә. Билдәле булыуынса, һәйкәлде һуңғы тапҡыр 2014 йылда буяғандар. Төрлө ваҡытта төҫтәре лә үҙгәреш кисергән: тәүҙә көрән, һуңынан ҡара, йәшкелт һәм һоро төҫтә булған, – тине Павел Котельников. - Был һәйкәл дә, һәр предмет кеүек үк, иғтибар һәм тәрбиә талап итә. Салауат Юлаев һәйкәленә ярты быуаттан ашыу ваҡыт үткән. Һауа торошо ла йоғонто яһай. Ямғыр, ҡар яуа, ҡояш балҡый, һауа температураһы үҙгәрә - былар барыһы ла һәйкәлдең конструкцияһына, уның художестволы ҡатламына тәьҫир итә".

Рәссам-реставратор әйтеүенсә, күләмле, техник яҡтан ҡатмарлы эш көтөлә.

"Каркас менән эшләү айырыуса иғтибарҙы талап итә. Күп эш көтә. Таҙартыу, иҫке буяуҙарҙы, тутыҡҡан ерҙәрен алып ташлау, төрлө дефекттарҙы, сатнаған урындарын төҙәтеү кәрәк. Инженерлыҡ күҙлегенән ҡарағанда, сәнғәт изделиелары иң ҡатмарлыһы, сөнки унда стандарт деталдәр юҡ. Салауат Юлаев һәйкәле пазлға оҡшаған: унда болтлы тоташтырыуҙар һәм таяу каркасы бар. Һәйкәлде эстән таҙартыу, етешмәгән деталдәрҙе монтажлау ҡатмарлы. Мин үҙ практикамда суйындан эшләнгән шундай ҙур һәйкәлде күргәнем булманы. Бынан тыш, реставраторҙың мөһим бурысы – һәйкәлгә үҙеңдең бер нәмәңде лә өҫтәмәү, деталдәрҙе автор уйлағанса тергеҙеү кәрәк.

Салауат Юлаев һәйкәле - Башҡортостандың ғына түгел, күп милләтле дәүләтебеҙҙең дә символы. Уның реставрацияланыуы яҡшы. Әгәр беҙ бер ниндәй ҙә сара күрмәһәк, уны бөтөнләй юғалтыуыбыҙ бар", – тип иҫәпләй рәссам-реставратор.

Автор:
Читайте нас