

Беҙҙең быуын балалары Бөйөк Ватан һуғышы тураһында ишетеп кенә белә. Олатайҙарыбыҙҙың үлемһеҙлеге аша яулана был - Еңеү.1945 йылдың онотолмаҫ Еңеү көнө тарихта ҡалһа ла, йылдар үтеү менән уның баһаһы һәм әһәмиәте арта ғына бара. Еңеү өсөн фронтта һәм тылда көрәшкәндәрҙең батырлыҡтарын оноторға тейеш түгелбеҙ. Һуғыш утында сынығып, яуҙан тере ҡайтҡан яугир уҡытыусылар, тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, илебеҙҙең төрлө урындарында, тылда тырышып, балаларға белем һәм тәрбиә биреүсе ауылым уҡытыусылары тураһында булыр һүҙем.Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Хәбибрахман улыӘхмәтшин исемен йөрөткән Әбеш урта мәктәбендә ветеран уҡытыусылар стенды булдырылған.Унда һуғышта ҡатнашҡан һалдаттарҙың фоторәсемдәре урынлашҡан. Был стендта минең олатайымВәли Хәйбулла улы Ибраһимов та бар. Илем Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләргә әҙерләнгәндә, яугир уҡытыусыға ла , әгәр тере булһа 100 йәш тулыр ине.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, биология һәм химия уҡытыусыһы Вәли Хәйбулла улы Ибраһимов Хәйбулла районы Ҙур Әбеш ауылында 1925 йылдың 13 майында донъяға килә. Ғаиләлә 4 бала араһында иң ҙуры Вәли була. Әбештә 7-се класты тамамлағас, Ырымбур өлкәһе, Ҡыуандыҡ районы Сурай урта мәктәбендә уҡый. Атайы председатель булып эшләй , Сталинизм осоронда билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында ҡулға алына, шул китеүенән кире ҡайтмай. 10-сы кластан,1943 йылдаВәли Ибраһимов фронтҡа алына.Һуғышта ул снайпер була.Һәр аҙымы уның түҙемлек, һиҙгерлек, иғтибарлыҡ талап итә.Был уның төп ҡоралы. Уҡытыусы ветерандың кескәй ҡыҙы Фәймә Тужилинаның хәтирәләренән: «Ҡыштың һалҡын көндәрендә Ленинград ҡалаһы өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа, емерек машина аҫтында, снайперға оҙаҡ ҡына ятырға тура килә.Ҡул-аяҡ бармаҡтары туңып ҡалмаһын өсөн, уға бармаҡтарҙы йәшертен рәүештә хәрәкәтләндереп торорға кәрәк була.Һуғыштан ошо ҡылығы мәңгегә уның менән тороп ҡала. Һуғыш яланында фашистарҙың ҡылған яуызлыҡтарының ниндәйҙәрен генә күрергә тура килмәй уға.Украина ерендә бер ауылға инеп килгәндә, алыҫтан ҡапҡа бағаналарында нимәлер эленеп торғанын күрәләр.Яҡыныраҡ килгәс, сәстәр үрә торорлоҡ хәл:бәләкәй генә балаларҙы фашистар ҡаҙаҡтарға элеп киткәндәр.Фашитстарҙың вахширҙәрсә ҡыланышын оноторлоҡ түгел».Олатай 1944 йылдың 24 декабрендә һуғышта ҡаты яралана, хатта өйгә уға үлеме тураһында похоронка ла килә.Бәхеткә күрә, оҙаҡ ҡына госпиталдә дауаланғандан һуң аяҡҡа баҫа һәм тылға ҡайтарыла.Был ваҡытта әсәһе- мәрхүмә булып, өс бала етем ҡалған була.
Һуғыштан һуң Йәмлиха инәй менән ғаилә ҡороп ебәрә.Бер –бер артлы өс ҡыҙы: Роза, Зәйтүнә, Фәймә тормоштарын тулыландырып, йәмләндереп донъяға килә. Ғаиләһе менән Вәли олатай бер аҙ Йәнтештә ләйәшәй, мәктәптә военрук булып эшләй.Һуңынан Әбеш мәктәбенә күсерелә.1947 йылда тиҙләтелгән курс буйынса Темәс педучилищеһын тамамлап башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломын ала. 1956 йылда Чкалов исемендәге Ырымбур педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инә һәм 1959 йылда уны уңышлы тамамлай.
Уҡытыусы—һөнәр түгел, ул булмыш булырға тейеш. Тәбиғәттән һәләт бирелмәһә, бары тик сараһыҙлыҡтан мәктәптә эшләп булмай. Уҡытыусы эше үтә ныҡ сабырлыҡ, тырышлыҡ, балаларға һөйөү талап итә. Үҙең өҫтөндә даими эшләргә, эҙләнергә, үҫешергә, замандан ҡалышмаҫҡа ла кәрәк. Нәҡ шундайҙарҙан була Вәли олатай. Мәктәп эшенән һис ситләшмәй, хатта был хаҡта уйламай ҙа, киреһенсә, белем донъяһына мөкиббән китеп хеҙмәт итә.Биология уҡытыусыһы булараҡ,Вәли Хәйбулла улы уҡыусылар менән мәктәп баҡсаһына ниндәй генә үҫентеләр ултыртмай ул ваҡытта. Баҡса гөрләп сәскә ата, емеш бирә.Химия бүлмәһендә иһә, төрлө химикаттар, реактивтар... Ә уҡытыусы фәнде ихлас аңлата:пробирканан пробиркаға ниндәйҙер шыйыҡсалар ҡуша,спиртовкаһын тоҡандырып, колбала әллә нимәләр ҡайната, таҡтаға шарт-шорт формулалар теҙеп яҙып ташлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, Вәли Хәйбулла улы Әбеш урта мәктәбендә химия, биология уҡытыусыһы булып эшләй.
Ҡулбашында фашистың мина ярсығын йөрөтһә лә, Вәли олатайҙың йорт- ҡураһы төҙөк, матур була.Мал аҫырай, умарта тота.Ваҡытын табып, балығында тоторға, һунарға ла барырға өлгөрә.Ҡатыны Йәмлиха инәй ихаталарын гөл-сәскәгә күмә.Ауылдың өлгөлө ғаиләһе була улар.Уларҙың йортонан кеше өҙөлмәй: йәше лә , ҡарты ла кәңәш һорап килә, күрше Ырымбур өлкәһенән ҡышын- йәйен таныш-тоноштарҙа килгеләй.
Ибраһимовтарҙың өс ҡыҙыла юғары уҡыу йортон тамамлай. Роза менән Фәймә атаһының юлын –уҡытыусы һөнәрен һайлай.Роза инәй (мәрхүмә инде) Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының математика факультетын,ә кесе ҡыҙы Фәймә инәй Башҡорт дәүләт университетыныңфизика бүлеген тамамлай. Ә Зәйтүнә инәй тәүҙә Стәрлетамаҡ медучилищеһын , һуңынан БДУ –ның тарих факультетында уҡый. . .
Хеҙмәт юлын яугир-уҡытыусы тәүәккәл, тырыш, ныҡышмал булараҡ, үҙенең тормош ҡанундарын һәм инаныуҙарын һаҡлап, намыҫлы үтә.
Тәжрибәле яугир-уҡытыусыға тырышлығы, уңғанлығы , юғары кимәлдә белем бирергә, йәмәғәт тормошонда янып йәшәргә, ғаиләһендә һөйкөмлө ир һәм атай булып ҡалырға тормош үҙе ярҙам иткәндер. Ирекһеҙҙән шиғри юлдар хәтергә килә:
Уҡытыусым !
Ғәжәп оло мәғәнә
Ябай ғына ошо бер һүҙҙә !—
Ҡояш булып балҡый һинең исем,
Уҡыусыңдан ҡалған һәр эҙҙә...
Зарема Ибраһимова, Әбеш урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы