Яңылыҡтар
27 Май 2025, 10:30

Проект Ватаныбыҙҙың тоғро улдарына бағышланды

-

Проект Ватаныбыҙҙың тоғро улдарына бағышландыПроект Ватаныбыҙҙың тоғро улдарына бағышланды
Проект Ватаныбыҙҙың тоғро улдарына бағышланды

Аҡъяр ауылының Йәштәр йортонда «Геройҙар беҙҙең арала» телевизион проектын ябыу тантанаһы үтте. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында бойомға ашырылған. Сараға проекттың төп геройҙары – махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре, тол ҡатындары, яҡындары саҡырылды.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова үҙ сығышында билдәләүенсә, яугирҙар тураһында хәтерҙе һаҡлау мөһим бурыстарҙың береһе булып ҡала. –«Геройҙар беҙҙең арала» телевизион
проектын бойомға ашырыу өҫтөндә эшләгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Проект сиктәрендә бик кәрәкле тапшырыуҙар әҙерләнде – был яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығына электрон һәйкәл йәғни электрон хәтер китабы. Балаларығыҙ, ирҙәрегеҙ,туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙҙың исеме мәңге һаҡланһын, ә беҙҙең изге бурысыбыҙ – ошо юҫыҡта эште артабан да дауам итеп, яңынан-яңы тапшырыуҙарҙы эфирға сығарыу, – тине ул.
Проект етәксеһе – Хәйбулла районында Ғаилә хеҙмәте етәксеһе Динә Аҡҡужина билдәләүенсә, бөгөнгө сара яугирҙарҙың батырлығы һәм илһөйәрлеге хаҡында һөйләгән атай-әсәйҙәргә, тол ҡалған ҡатындарға рәхмәт белдереү маҡсатында ойошторолған. «Һеҙ һөйләгән һәр тарих — ул герой тураһында иҫтәлек кенә түгел. Был — Тыуған илебеҙҙе һаҡлау, балаларыбыҙҙың именлеге һәм тыныслығы өсөн ғүмерен аямағандар хаҡында хәтер. Яҡындарығыҙ тураһында хәтер
беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәһен, уларҙың батырлыҡтары киләсәк быуындар өсөн өлгө булып торһон», — тине ул. Телевизион проект буйынса тапшырыуҙар циклын төшөрөү былтыр июлдә башланғайны. Был ваҡыт эсендә «Сириус» социаль
проекттарҙы үҫтереү үҙәге (Сибай ҡалаһы), райондың «Ғаилә» хеҙмәте һәм Аҡъяр телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яҡташтарыбыҙ тураһында йәмғеһе 20 тапшырыу төшөргән. Һәр тапшырыу – ҡаһармандарыбыҙҙың тормошо һәм хәрби юлы тураһында айырым тарих, ул яугирҙарыбыҙҙың туғандары һәм яҡындарының хәтирәләренән тора. Күҙ йәштәре аша улар үҙҙәренең тормош иптәштәре, улдары – ябай ауыл балалары тураһында һөйләй. Батыр ир-егеттәр тормош һынауҙарын лайыҡлы ҡабул итеп, хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәп, ғүмеренең аҙағына тиклем хәрби антына, Тыуған иленә тоғро ҡала. Геройҙарҙың һәр береһенең исеме яҡташтарының хәтерендә һәм был тапшырыуҙарҙың кадрҙарында һаҡланасаҡ. Осрашыу аҙағында проект өҫтөндә эшләүселәргә, тапшырыуҙарҙа ҡатнашҡаняугирҙарҙың яҡындарына Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас