

Хәлимә Мөтиғулла ҡыҙы 1940 йылдың апрелендә Ғафури районы Татарһаҙ ауылында донъяға килгән. Атаһы колхоз рәйесе булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас һуғышҡа алына. Мәскәү өсөн барған ҡаты алышта һәләк була. Әсәһе 9
балаһы менән (иң кесеһе Хәлимәгә 1 йәш кенә була) тол ҡала. Ул бәғеркәйҙәрен аслыҡ тырнағынан ҡурсалап ҡалыу өсөн кеше күтәрә алмаҫлыҡ михнәттәрҙе кисереп, балаларын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырған. Хәлимә апай 7 йәшлек сағында бәләкәй
санаға егелеп, ҡыш көнө әсәһе менән утынға йөрөгәнен әле лә хәтерләй. Ауылда мәктәпте тамамлап, 1955 йылда Стәрлетамаҡ медицина училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағас, йәш белгесте юллама буйынса Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт
Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 20-се һанында уҡығыҙ