Яңылыҡтар
27 Май 2025, 05:57

Китапханасылар «Изгелек подпискаһы» акцияһына ҡушылды

-

Китапханасылар «Изгелек подпискаһы» акцияһына ҡушылдыКитапханасылар «Изгелек подпискаһы» акцияһына ҡушылды
Китапханасылар «Изгелек подпискаһы» акцияһына ҡушылды

Район үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре  «Изгелек подпискаһы» акцияһына ҡушылды. Улар үҙҙәренең һөнәри байрамында   «Хәйбулла хәбәрҙәре» һәм «Хайбуллинский вестник» район гәзиттәренә яҙылып, подписка квитанцияларын Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә бүләк итте.

Теләгән һәр кем «Изгелек подпискаһы» акцияһына ҡушыла ала. Бының өсөн яугирҙарҙың, шулай уҡ махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләре өсөн матбуғатҡа яҙылырға кәрәк. Район гәзитен шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, хеҙмәт ветерандарына һәм башҡаларға ла бүләк итергә мөмкин.

Әйткәндәй, бөгөн  2025 йылдың икенсе ярты йыллығына «Хәйбулла хәбәрҙәре» һәм «Хайбуллинский вестник» гәзиттәренә редакция аша льготалы яҙылыу буйынса аҙналыҡтың һуңғы көнө.

Аҡъяр, Садовый, Бүребай, Татыр-Үҙәк ауылдары халҡы редакцияла ташламалы хаҡҡа яҙыла ала:

►редакциянан үҙ аллы килеп алыусылар өсөн – 756 һум;

►өйгә илтеп ҡуйыу – 864 һум.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас