Яңылыҡтар
27 Май 2025, 11:04

Ил ҡалҡаны – ир-егет

«Әрме – ысын тормош мәктәбе», – ти Риф Баймырҙин

Ил ҡалҡаны – ир-егетИл ҡалҡаны – ир-егет
Ил ҡалҡаны – ир-егет

Сик һаҡсылары көнө ҙур илебеҙҙең төрлө тарафтарында дәүләт сиген һаҡлап хеҙмәт иткән ир-егеттәрҙең байрамы. Пограничниктар Ватаныбыҙ сиген һаҡлап ҡына ҡалмай, контрабанданы, законһыҙ рәүештә ҡорал менән сауҙа итеүҙе, легаль булмаған миграцияны иҫкәртеү, сик буйында төрлө ҡораллы енәйәтселәр ойошмаларын асыҡлау кеүек бик яуаплы эштәрҙе үҙ иңенә ала.

Байрам уңайынан беҙ Аҡъяр ауылында йәшәгән сик буйы ғәскәрҙәре ветераны Риф Баймырҙин менән осраштыҡ.
Ир-уҙаман өсөн был көн айырыуса әһәмиәткә эйә. Риф Мәжит улы Байғусҡар ауылында өс балалы ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килгән. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Сибай автомәктәбендә водитель һөнәрен үҙләштерә. Ҡулына таныҡлыҡ алғас та 1992 йылда әрме хеҙмәтенә саҡырыла.

–1992-1994 йылдарҙа Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем. 1992 йылдың декабрендә беҙҙе Аҡъярҙан Ришат Сынбулатов менән бергә әрме сафына алдылар. Өфө ҡалаһында йыйылыу пунктына килеп комиссия үткәс, беҙгә: «Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәкһегеҙ», – тигәстәр быға бик ныҡ ҡыуандыҡ. Беҙҙе, Башҡортостандан 42 егетте самолет менән Хабаровск крайына Биробиджан ҡалаһына алып килделәр, алыҫ түгел генә Ҡытай менән сик. Шулай итеп беҙҙең хеҙмәт башланып китте. Ришаттың да, минең дә водитель таныҡлығы булғас учебкала авторотаға эләктек, тик учебканан һуң беҙҙең юлдар айырылды: Ришатты Хабаровск отрядына күсерҙеләр, ә мин Биробиджан ҡалаһында ҡалып, тәүҙә резерв сик заставаһына эләктем. 

Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 21-се һанында уҡығыҙ

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас