

Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙар менән күрешеп-осрашыу үҙе бер ҡыуаныслы мәл. Сөнки илебеҙҙең мәнфәғәттәрен яҡлаған ир-егеттәрҙең хәлдәрен белеп, күңел тыныслана, шундай ҡаһарман яҡташтарыбыҙ булыуына ғорурлыҡ хисе тыуа. Хәйбулла егете менән миңә лә ошо көндәрҙә күҙгә-күҙ ҡарашып, һөйләшеп алырға насип булды.
«Өфө» позывнойлы яугир мәктәпте бөткәндән һуң К.Э. Циолковский исемендәге Мәскәү авиация технология институтында уҡый, бер үк ваҡытта хәрби уҡыу үҙәге кафедраһында белем ала. –Тыуған ил алдындағы бурыс һәм уны үтәү, минеңсә, ул – бөтә ир-егеттәргә лә хас сифат булырға тейеш. Бала саҡтан хәрби булырға хыялландым. Таныш малайҙың кадеттар кейемен кейеп ҡарап, күҙем төшә торған ине. 7-се кластан һуң кадет мәктәбенә барырға теләк белдерҙем, ләкин документтар ҡабул итеү ваҡыты үтеү сәбәпле бара алманым. 11-се класта уҡығанда беҙҙең мәктәпкә Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында белем алған студенттар килеп, уҡыу йорттары тураһында һөйләп, уҡырға барырға саҡырып ҡайтҡас, оҙаҡ уйлап торманым, аттестат алыу менән үҙем һайлаған институтҡа уҡырға индем, – тип һөйләне яугир.
2020 йылда ҡулына диплом алғас та үҙе теләк белдереп Курил утрауҙарында Ҡоро ер ғәскәрҙәре составында контракт буйынса хеҙмәт итә башлай. 2023 йылда контракты тамамланырға тейеш була, ләкин махсус хәрби операция дауам итеүенә бәйле, контракты оҙайтыла. 2022 йылдың 27 сентябрендә Украина территорияһына командировкаға ебәрергә бойороҡ килә һәм ике көндән Хәйбулла егетен тәғәйен урынына алып килеп еткерәләр. Өлкән лейтенант әлеге мәлдә замполит
вазифаһын биләй. Был вазифаны биләгән кешеләрҙең бурыстарына яугирҙарға психологик ярҙам күрһәтеү инә. Әңгәмәсем билдәләүенсә, замполиттарҙың эше бик мөһим – улар яугирҙарҙың әхлаҡи, психологик торошо өсөн яуаплы. Психологик ярҙамдан тыш, кәрәкле документтарҙы юллау, тәғәйен түләүҙәр менән бәйле килеп сыҡҡан һорауҙар буйынса ярҙам күрһәтеү ҙә инә. –Бурыстарымдың береһе – ул яугирҙар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү, уларға психологик ярҙам күрһәтеү. Төрлө документтарҙы юллау буйынса барлыҡҡа килгән һорауҙарҙы ла үҙ өҫтөмә алам. Егеттәрҙең алғы һыҙыҡта үҙҙәрен тотоуы тулыһынса уларҙың психологик торошона бәйле, шуға күрә уның тотороҡло булыуы мөһим, — тип белдерҙе «Өфө».
Хеҙмәттәштәрен яу яланынан эвакуациялаған ваҡытта, 2023 йылдың ноябрь айында аяғы яраланып, госпиталгә эләгә. Реабилитация үткәндән һуң яҡташыбыҙ йәнә ил һағына баҫа. Йәшәү шарттары, хәрбиҙәрҙең бер-береһенә нисек ярҙам итеүе, буш ваҡыттарын нисек үткәреүе, тыуған яҡты һәм туғандарын һағыныу хистәрен нисек еңеүе тураһында биргән һорауҙарға, унда булған ваҡиғалар тураһында аҙ һөйләй. Яуап бирһә лә — теүәл һәм етди. Ҡыҫҡаһы, ысын ир-егеттәрсә.
–Әсәйем биреп ебәргән доғалар һәр ваҡыт үҙем менән. Йәшәү шарттарына килгәндә, ерҙе ҡаҙып землянка төҙөп бар нимәне лә үҙебеҙгә ҡулайлаштырып алдыҡ. Яу яу менән, шулар араһында буш ваҡытыбыҙ ҙа килеп сыға. Рөхсәт һорап, йыуынып, кейемдәребеҙҙе йыуып алырға эргә-тирәләге ауылдарға сығабыҙ, – тине ул.
Эргәһендә райондаштары булмаһа ла күрше район, өлкәләрҙән хеҙмәттәштәре менән мөнәсәбәттәр яҡшы, дуҫтарса, һәр ваҡыт үҙ-ара ярҙамға килергә әҙерҙәр. Дөйөм маҡсат хәрби рухты күтәрә һәм бөтәһен дә хәрби туғанлыҡ менән берләштерә.
–Беҙҙең батальон икенсе төбәктә формалашҡас, республиканан посылкалар беҙгә килмәй, башҡа яҡтарҙан килә. Улар араһында иң ҡәҙерлеһе балаларҙан килгән һүрәттәр, тиҙерәк дошманды еңеп, тыуған ерҙәргә имен-һау әйләнеп ҡайтыуыбыҙҙы теләп яҙылған хаттар. Махсус хәрби операция донъяға булған ҡарашымды ҡырҡа үҙгәртте. Тормошҡа икенсе төрлө ҡарай башланым. Киләсәктә тыуған яҡтарыма имен-һау ҡайтып, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп бәхетле, тыныс тормошта йәшәргә теләйем, – тине яугир.
Ҡыйыулыҡ, батырлыҡ һәм тыуған еренә ҡарата мөхәббәт — былар барыһы ла ҡыйыу йөрәкле кешеләргә хас сифаттар. Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы, тәүәккәллеге
һәм ҡаһарманлығы өсөн өлкән лейтенант «Өфө» позывнойлы яҡташыбыҙ Суворов, 2-се дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. Тыуған яҡтарында уның ҡайтыуын һәм бәйләнешкә сығыуын, сәләмдәрен әсәһе, апаһы, туғандары түҙемһеҙлек менән көтә, иҫән-һау йөрөүен теләп Хоҙайға изге доғаларын юллай. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, райондашыбыҙға хәйерле, изге, имен юлдар теләйбеҙ! Иҫән-һау әйләнеп ҡайт, ҡыйыу егет!