

Оҙаҡ йылдар бергә матур йәшәгән парҙар ғаилә мөнәсәбәттәренең ныҡлығын үҙ өлгөләрендә дәлилләй. Уларҙың татыулығы, бер-береһе хаҡында хәстәрлек күреүе, ихтирам итеп йәшәүе йәштәр өсөн өлгө булып тора. Шундай ғаиләләрҙең береһе, Аҡъяр ауылында ғүмер итеүсе матур пар – Зиннур һәм Мәрфүғә Акиловтар ошо арала күркәм байрамдарын – алтын туйҙарын билдәләне. Никахтары шул тиклем ныҡлы булып сыға – улар әле лә матур һөйөү хистәренә төрөнөп йәшәй. Бергә ғүмер итеүҙәренә 50 йыл тулһа ла, йөҙҙәренән әле генә танышҡан йәштәрҙеке кеүек һөйөү һәм бәхет бөркөлә.
Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 21-се һанында уҡығыҙ