

Һис шикһеҙ, ауылдарҙың киләсәге тырыш ғаиләләр ҡулында. Тыуған ерен ташлап китмәй, унда төпләнеп, тырышып донъя көткән ғаиләләр һоҡланыу уята. Бөтмөр, уңған Мират һәм Миләүшә Ниғәмәтовтар ғаиләһе быйыл шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе – ниһайәт, улар өй туйланы. Миләүшә Хөсәйен ҡыҙы Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында тыуып үҫкән. Тыуған ауылында 10-сы класты тамамлағандан һуң, Баймаҡ ҡалаһында Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында бухгалтер һөнәренә уҡый. Ҡулына диплом алғас, йәш белгес бер аҙ «Алексеевский» совхозында эшләй. Бер мәлдә Первомайский ауылына апайҙарына ҡунаҡҡа барғанда буласаҡ тормош иптәше Мират Рәшит улы менән таныша. Йәштәр 2015 йылда ғаилә ҡоралар. Мират Ниғәмәтов Первомайский ауылында донъяға килгән. Мәктәпте тамамлағас, Баймаҡ һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. 2016 йылда крәҫтиән-фермер хужалығын булдырып, бына инде 9 йыл малсылыҡ менән уңышлы шөғөлләнә. Ә уңған хужабикә – ойошманың бухгалтеры. Бөгөнгө көндә хужалыҡтарында 70-80 баш эре мал иҫәпләнә. Эште башлағанда район хакимиәтенән субсидия, адреслы социаль ярҙам алып, мал, техника һатып алалар. Ниғәмәтовтар ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Өлкән улдары Данил 2-се класс уҡыусыһы, 6 йәшлек уртансы улдары Динислам «Шатлыҡ» балалар баҡсаһының сығарылыш төркөмөнә йөрөй. Ә кесе ҡыҙҙары Розалияға әле 4 кенә йәш. Быйыл йәш ғаилә «Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә заманса материалдарҙан төҙөлгән, бөтә уңайлыҡтары булған ҙур, иркен йортҡа эйә булдылар.
–Өйҙә төҙөкләндереү эштәре күп әле. Биләмәне кәртәләргә, мунса һалырға кәрәк, – ти уңған ғаилә.
Ғаиләһе, балалары өсөн йән атҡан Ниғәмәтовтарҙың бөтә уй-хыялдары тормошҡа ашасағына ышаныс бар. –Тырышһаң, ауыл ерендә лә етеш тормошта йәшәргә мөмкин. Әлбиттә, һәр замандың үҙ ауырлығы була. Иң мөһиме – яҡшы, лайыҡлы йәшәргә ынтылырға кәрәк, – ти Ниғәмәтовтар.
–Тырышһаң, ауыл ерендә лә етеш тормошта йәшәргә мөмкин. Әлбиттә, һәр замандың үҙ ауырлығы була. Иң мөһиме – яҡшы, лайыҡлы йәшәргә ынтылырға кәрәк, – ти Ниғәмәтовтар