

Стела өс өлөштән тора. Урта өлөшө Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арнала. Унда һуғыш осоронда һәләк булған 42 яугирҙың һәм еңеү менән тыуған төйәгенә ҡайтҡан 34 ветерандың исемдәре уйылған. Уң яҡ өлөшө тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш осоро балаларына арналған. Һәйкәлдең тағы бер өлөшө Афған, Кавказ һәм башҡа хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә бағышланған. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Таштуғай ауылы халҡын иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап сығыш яһаны:
–Бөгөн ауылда ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы тураһында иҫтәлек һаҡлаған, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары һәм локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡандар хөрмәтенә һәйкәл асылды. Дөйөм алғанда, быйыл районда мөһим иҫтәлекле объекттарҙы төҙөкләндереү эштәре әүҙем башҡарылды. Бөтәһе 52 һәйкәл ремонтланды, бер нисә ауылда яңылары ҡуйылды. Район үҙәгендә халыҡ инициативаһы буйынса Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың бюсы Еңеү һалдаты һәйкәле биләмәһенә күсерелде. Һәйкәлдәрҙе һаҡлау – ул төҙөкләндереү мәсьәләһе генә түгел, ә азатлығыбыҙ өсөн ғүмерҙәрен биргән кешеләр алдындағы бурысыбыҙ, – тине ул.
Һәйкәл асылыу таштуғайҙар өсөн генә түгел, ә бөтә район өсөн ҙур ваҡиға булды. Был һәйкәл — киләсәк быуындарға юл күрһәтеүсе үҙенсәлекле бер маяҡ, ул Ватанға мөхәббәт, тыуған ергә тоғролоҡ хистәрен тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнар, тип ышанабыҙ.
Тамара Тапаҡова-Салауатова, Таштуғай ауылы:
–Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән һәр кем мәңгелек хәтергә, һәйкәлгә лайыҡ. Башҡаса ундай ҡанҡойғос һуғыштар ҡабатланмаһын ине. Атайым Мөнир Салауатов та Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, бер нисә тапҡыр яралана, һуңынан пленға эләгә. Әсирлек атайым өсөн бик ауыр осор була, унда таш, ағас ташыттыралар. Алынған яралары ла үҙен белдермәй ҡалмай, ул йүнләп эшләй алмай, шунлыҡтан туҡмала һәм уның ҡабырғалары һына. Иртә һайын уларға икмәкте ишек төбөнә генә ташлап киткәндәр. Эшләмәгәндәргә тамаҡ бөтөнләй эләкмәгән. Үҙҙәренә нисек кенә ауыр булмаһын дуҫтары атайымды ташламай. Улар булған таҫтамал, сепрәктәрҙе ҡоршап, биленә бәйләп үҙҙәре менән эшкә алып сығып йөрөтөп аяҡҡа баҫтырғандар. Һуғыш бөткәс тә атайым тыуған төйәгенә ҡайта алмай, уларҙы ағас ҡырҡырға ебәрәләр. Тамам хәлһеҙләнгәс әсәйемә: “Ҡайта алмаҫмын инде”, – тип хат яҙа. Әсәйемө йҙәге әйберҙәрҙе һатып, юлға аҡса йыйып, Низам олатай менән атайым эргәһенә бара. Һигеҙ ай шунда эшләп, юлға аҡса туплап, 1952 йылда тыуған яҡтарына ҡайтып төшәләр. 1953 йылда мин тыуҙым, атайым госпиталдә ятҡан ваҡытында уға ярҙам иткән Тамара исемле шәфҡәт туташы исемен миңә ҡуша. Яралары ғүмер буйы һуғыш тураһында иҫләтеп, әрнеп торһа ла совхозда хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләне. Аҙаҡҡы ваҡытта аяғына ла баҫа алмай, бергә эшләгән иптәштәре күмәкләшеп эштән күтәреп алып ҡайтҡан ваҡыттар ҙа булды. Бөгөн барған һуғыштар тиҙерәк бөтһөн ине. Ир-уҙамандар ғаиләләренә, балалары янына ҡайтһын, буйҙаҡ йәштәр иһә ҡайтып өйләнһендәр ине, беҙҙең теләк шул.