Яңылыҡтар
14 Май 2025, 11:37

Степной ауылында Шайморатов урамы байрамы үтте

Степной ауылында уҙған «Беҙ Шайморатовтың данлы уландары» сараһы Бөйөк Енеүҙең 80 йыллығына, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы сиктәрендә үткәрелде. Сара Шайморатов урамының тарихын белеү, уның күренекле шәхестәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары, бөгөнгө көндә лә гөрләтеп донъя көткән урам халҡы менән таныштырыу маҡсатында ойошторолдо.

Степной ауылында Шайморатов урамы байрамы үттеСтепной ауылында Шайморатов урамы байрамы үтте
Степной ауылында Шайморатов урамы байрамы үтте

Степной ауылында уҙған «Беҙ Шайморатовтың данлы уландары» сараһы Бөйөк Енеүҙең 80 йыллығына, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы сиктәрендә үткәрелде. Сара Шайморатов урамының тарихын белеү, уның күренекле шәхестәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары, бөгөнгө көндә лә гөрләтеп донъя көткән урам халҡы менән таныштырыу маҡсатында ойошторолдо.
Ошонда тыуып-үҫеп, бөгөн сит тарафтарҙа ғүмер иткәндәр, ниндәйҙер сәбәп менән ауылына оҙаҡ ҡайтмағандарҙы урам байрамы йәнә бергә йыйҙы. Байрамдың тантаналы өлөшө ҡунаҡтарҙы Шайморатов урамы осонда ҡаршылау менән башланды. Сарала район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илмир Ҡотоев, Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы Азамат Баҡтыбаев, район ветерандар ойошмаһы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова, район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Александр Буренин, муниципаль район Советы секретары Салауат Байғабулов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы байрамға мәртәбә өҫтәне. Сараға степнойҙар ныҡлы әҙерләнгән: тирә-яҡ таҙартылып, һәр йорт тирәһе, ихаталар төҙөкләндерелгән. Шайморатов урамы – Степнойҙың сағыштырмаса «йәш» урамдарынан һанала. Ә шулай ҙа уның тарихы бай һәм ул иң күркәмдәрҙең береһе, сөнки бында йәшәүселәр барыһы ла тырыш та, егәрле лә. Рәсәй Геройы генерал
Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән урамда йәшәү – үҙе бер яуаплылыҡ, мәртәбә һәм, әлбиттә, оло ғорурлыҡ та өҫтәй. «Степной» совхозы 1931 йылда, ә урам һуңыраҡ барлыҡҡа килә. Башта уны «Яңы», ә ябай халыҡ телендә
Хомутовка тип йөрөткәндәр, сөнки бында бер нисә Хомутовтар ғаиләләре йәшәгән. Һуңыраҡ бында Юртаевтар, Супановтар, Игебаевтар, Рождественскийҙар, Ивлевтар, Колесниковтар, Ҡужиндар, Рогалевтар, Бешкаревтар, Сударчиковтар, Ҡоломбәтовтар, Тулибаевтар, Нищевтар, Вәлиевтар, Әлибаевтар, Ғәниевтар, Байғужиндар, Әйүевтар, Никитиндар, Хәйбуллиндар, Байғусҡаровтар, Лизогубтар, Ғәбитовтар, Пелагиндар, Кладиковтар, Фидяевтар, Юламановтар, Лобановтар, Козеревтар йәшәгән. Йылдар үтеү менән урам ҙурая, яңы йорттар төҙөлә. Хәҙер Шайморатов урамында 44 йорт иҫәпләнә, уларҙа 104 кеше йәшәй.Был урамдан 45 кеше фронтҡа китә, шуларҙың 14-е генә Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән ҡайта. Хәҙер Шайморатов урамында 32 хаҡлы ялдағылар, һуғыш осоро балаларының ике вәкиле – Йәүҙәт Зәйнулла улы Хәйбуллин (85 йәш) һәм Николай Семенович Бешкарев (80 йәш) йәшәй. Степнойҙан 17 егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша,
шуларҙың икәүһе ошо урамдан. Урамдың иң оло кешеһе – Асия Ғиниәт ҡыҙы Игебаева, ә иң йәше – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рогалев Алексей Кузьмичтың бүләһе Рогалев Семен Андреевич. Шайморатов урамындағы иҫтәлекле урындарҙың береһе булып иҫке ҡоҙоҡ һанала, халыҡ уны «Рогалев ҡоҙоғо» йәки башҡортса «Эрәғәл ҡоҙоғо» тип йөрөтә, элек ул бөтә ауылды һыу менән тәьмин итә. Был урамда йәмәғәт мунсаһы ла торған.
Тап ошо урамда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Алексей Рогалев йәшәгән. Байрам сиктәрендә быйыл ветерандың тыуыуына 100 йыл тулыу билдәләнде. Алексей Кузьмич 1925 йылда Йылайыр районында тыуған. 1943 йылдың 23 ғинуарында Бөйөк Ватан һуғышына саҡырыла. Курск дуғаһында һуғыша, Украина, Венгрия, Польшаны, Варшава, Бельск ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. 1946 йылда Алексей Кузьмич һуғыштан ҡайта, өйләнә. Тәүҙә ғаиләһе менән Первомайскийҙа йәшәй, 1953 йылда Степнойға күсеп, бында төпләнә. Ул һуйыу цехында мөдир булып эшләй. Мал һуйып, Медногорск ҡалаһына алып барып һаталар, ә кире ҡайтҡанда магазинға тауар алып ҡайталар. Һуңынан совхозда төрлө эштәрҙә эшләй, быуаларҙы ҡарай һәм үрсетеү өсөн балыҡтар ебәрә. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры Алексей Кузьмич ҡатыны Анна Ивановна менән 8 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Тантанала һуғыш осоро балаларын, тыл
хеҙмәтсәндәрен, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләрен, юбилярҙарҙы, Афған һуғышы ветераны Ринат Ҡунаҡасовты билдәләп, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Байрамға йәм өҫтәп, ауылдың һәм райондың
һәүәҫкәр артистары, мәктәп уҡыусылары бай йөкмәткеле концерт күрһәтте. Сара артабан ошо урамда йәшәгәндәр тарафынан әҙерләнгән бай табын янында дауам итте, унда төрлө көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында уртаға һалып һөйләшелде, киләсәккә пландар ҡоролдо. Халыҡты туплаған, нығыраҡ дуҫлаштырған. Урам байрамынан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды, бындай сараларҙы киләсәктә лә үткәреү кәрәклеген билдәләне.

Степной ауылында Шайморатов урамы байрамы үтте
Степной ауылында Шайморатов урамы байрамы үтте
Степной ауылында Шайморатов урамы байрамы үтте
Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас