

Яҙ айының күркәм мәлендә табиптарҙың уң ҡулы булған иң шәфҡәтле һөнәр эйәләре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Көнө-төнө кеше һаулығы һағында тороусы үҙ эшенең оҫталары районыбыҙҙа байтаҡ. Бөгөнгө һүҙем шундай аҡ халатлы фәрештәләрҙең береһе – Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының терапия бүлегендә 35 йыл шәфҡәт туташы булып эшләгән Нәркәс Солтанова хаҡында булыр. Ғәлиәхмәт ауылында Фәтих һәм Зилә Сынбулатовтарҙың уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән ҡыҙ бала сағынан ауырыуҙарҙы дауаларға хыяллана. Тыуған ауылында мәктәпте тамамлап, күп уйлап тормай Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. Уҡыуын уңышлы тамамлаған йәш белгес район үҙәге дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай, автоклав приборы ярҙамында инструменттарҙы стерлизациялай. Өс ай эшләгәндән һуң, уны Өфө ҡалаһына ике айға процедура шәфҡәт туташына уҡырға ебәрәләр. Уҡып ҡайтҡас та терапия бүлегенең процедура кабинетына шәфҡәт туташы булып эшкә урынлаша һәм ошо көнгәсә бында намыҫлы хеҙмәт итә. Кешеләрҙе яратҡан, ихтирам иткән аҡ халатлылар ғына был изге һөнәргә тоғро ҡала. Нәркәс Солтанова ла тап шундайҙарҙан. Пациенттарҙан да, хеҙмәттәштәренән дә уның тураһында тик йылы һүҙҙәр генә ишетергә мөмкин.
–Беренсе көндән үк коллектив яҡшы ҡаршы алды. Берәй һорау тыуған саҡта ярҙам итеп, өйрәтеп тә ебәрҙеләр. Шулай яйлап өйрәнеп, тәжрибә тупланым. Шәфҡәт туташы һөнәрен һайлағаныма үкенмәйем. Эшем оҡшай, тормошомдо унан башҡа күҙ алдына ла килтермәйем. Һәр саҡ сирлеләргә күңел йылыһын, иғтибарымды йәлләмәҫкә һәм уларҙың хәлен еңеләйтер өсөн ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә тырышам. Дауахананан һауығып, аяҡҡа баҫып сығып киткәндәрҙән рәхмәт һүҙҙәре ишетеү – үҙе бер кинәнес һәм эшемдең һөҙөмтәһе, – ти яратҡан эше тураһында тәжрибәле шәфҡәт туташы.
Нәркәс Фәтих ҡыҙы эшендә генә тырыш хеҙмәткәр түгел, йортонда ла уңған хужабикә, әсәй, өләсәй, ҡартәсәй. Тормош иптәше Самат Азат улы сығышы менән Йылайыр районынан. 1978 йылда ғаиләләре менән Маҡан ауылына йәшәргә күсәләр.
Ул Йылайыр совхоз-техникумында механик һөнәрен үҙләштерә, артабан Юлдыбайҙа водителгә уҡый һәм Маҡанға ҡайтып шофер булып хеҙмәт юлын башлай. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан һуң эшен дауам итә. Хәҙер Самат Азат улы –
2-се Аҡъяр мәктәбе автобусы водителе. Солтановтар 2009 йылда Аҡъяр ауылында ҙур, матур йорт һалып сығалар. Быға тиклем Нәркәс Фәтих ҡыҙы көн дә Маҡан ауылынан йөрөп эшләгән. Солтановтар бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтереп, оло тормош
юлына сығарған. Улдары Азамат башта Орск ҡалаһының нефть техникумында уҡый, һуңынан юғары белем ала. Әлеге ваҡытта төҙөлөш компанияһында мастер булып эшләй. Тормош иптәше Гөлназ менән ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Ә ҡыҙҙары Гөлсинә мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлай. Бөгөнгө көндә 2-се Аҡъяр мәктәбендә психолог булып эшләй. Тормош иптәше Ғәзим менән бер ҡыҙ үҫтерәләр. Нәркәс Солтанованың һаулыҡ һағындағы
күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһалана – ул Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының Почет грамоталары һәм башҡа күп төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
"Йылы һүҙ – йән аҙығы" тигәндәй, шәфҡәт туташтары сирҙе генә дауалап ҡалмай, шулай уҡ кешенең күңел торошон да хәстәрләргә өлгөрә. Бының өсөн пациенттарҙы ихтирам итергә, үҙ һөнәреңде яратырға кәрәк. Нәркәс Фәтих ҡыҙы кеүек ауырыуҙарға яғымлы ҡарашын, йылы мөнәсәбәтен йәлләмәгән, Гиппократ антына тоғро ҡалған тырыш медицина хеҙмәткәрҙәренең кешелеккә күрһәткән изге эштәре үҙҙәренә лә мең сауап булып әйләнеп ҡайтһын тигән теләктә ҡалабыҙ.
«Хеҙмәтебеҙҙең нескәлектәре күп: шуға күрә даими рәүештә үҙ өҫтөңдә эшләргә, камиллашырға, заман менән бергә атларға кәрәк. Эш урыныбыҙ икенсе ғаиләгә әүерелеп китә. Ҡулға-ҡул тотоноп хеҙмәт иткән коллегаларыма, эшебеҙҙе ыңғай баһалаған пациенттарға ла сикһеҙ рәхмәтлемен. Хеҙмәттәштәремдең барыһына ла изге эштәрендә уңыштар, күңел тыныслығы, ә дауаланыусыларға иҫәнлек-һаулыҡ теләйем», – ти Нәркәс Фәтих ҡыҙы.