Яңылыҡтар
14 Май 2025, 11:07

Геройҙар беҙҙең арала

Хәйбулла районында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында «Геройҙар беҙҙең арала» проектын ғәмәлгә ашырыу тамамланды.

Геройҙар беҙҙең аралаГеройҙар беҙҙең арала
Геройҙар беҙҙең арала

Хәйбулла районында Ғаилә хеҙмәте менән Аҡъяр телевидениеһының «Геройҙар беҙҙең арала» телевизион проекты тамамланды. Проект махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Хәйбулла районы геройҙары иҫтәлеген мәңгеләштереүгә йүнәлтелә. Уның сиктәрендә һәләк булған хәрбиҙәр тураһында 20 тапшырыу монтажлана һәм телевидениела эфирға сыға, «Сәләм» республика каналында, уның рәсми сайтында, социаль селтәрҙәрҙәге һәм Rutube каналында тапшырыуҙар алып барыусы Аҡъяр телевидениеһы эфирында күрһәтелә. Телетапшырыуҙар студияһы Хәйбулла районында Ғаилә хеҙмәте ирекмәндәре менән берлектә райондың ауыл биләмәләре буйлап сыға һәм төшөрә, шунан һуң монтажланған тапшырыуҙар «Геройҙар беҙҙең арала» телетапшырыуҙар циклы сиктәрендә эфирға сыға.

Геройҙар беҙҙең арала
Геройҙар беҙҙең арала
Геройҙар беҙҙең арала
Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас