Яңылыҡтар
14 Май 2025, 09:54

Өфөнән Истанбулға тура рейстар арттырылды

-

Өфөнән Истанбулға тура рейстар арттырылдыӨфөнән Истанбулға тура рейстар арттырылды
Өфөнән Истанбулға тура рейстар арттырылды

Башҡортостанда йәшәүселәр Төркиәгә йышыраҡ осорға мөмкин. Республиканың Транспорт министрлығы хәбәр итеүенсә, хәҙер Өфөнән Истанбулға тура рейстар күберәк.

«Башинформ» яҙғанса, 1 июндән Utair авиакомпанияһының Өфө — Истанбул маршруты буйынса тура рейстары башлана.

Рейстар аҙнаһына бер тапҡыр — йәкшәмбе башҡарыла.

Өфөнән самолет көндөҙгө 1-се 30 минутта, ә Истанбулдан киске 5-се 25 минутта оса. Юлға 4 сәғәт 55 минут ваҡыт китә.

Рейстар 186 урынға иҫәпләнгән Boeing 737-800 самолеттарында башҡарыла.

Әлеге ваҡытта Red Wings авиакомпанияһы ла Истанбулға тура рейстар башҡара. Шулай итеп, Өфөнән Истанбулға осоштар аҙнаһына өс тапҡыр ойошторола.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-13/v-ufe-uvelichilos-kolichestvo-pryamyh-reysov-v-stambul-4233351

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Фото:Ксения Калинина
Автор:
Читайте нас