

Рәсәй Украинаға 15 майҙа Истанбулда туранан-тура һөйләшеүҙәрҙе тергеҙеүҙе тәҡдим итә. Был хаҡта кисә төндә журналистар менән осрашыуҙа дәүләт башлығы Владимир Путин белдерҙе.
"Шуға бәйле, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, Киев властарына 2022 йыл аҙағында өҙөлгән туранан-тура һөйләшеүҙәрҙе, бер ниндәй ҙә алдан шарттар ҡуймайынса, тергеҙеүҙе тәҡдим итәбеҙ. Киләһе кесаҙна, 15 майҙа, Истанбулда, улар элек уҙғарылған һәм туҡтатылған урындарҙа оҙаҡҡа һуҙмайынса башларға тәҡдим итәбеҙ”, – тине Владимир Путин.
Кремлдә халыҡ-ара һөйләшеүҙәр серияһы йомғаҡтары буйынса Рәсәй лидеры иртәгә был мәсьәләне Эрдоган менән тикшерергә ниәтләнеүен белдерҙе. Рәсәй Украина менән етди һөйләшеүҙәр алып барырға әҙер, мәғәнәһе — конфликттың тәүге сәбәптәрен бөтөрөүҙә. Президент Украина менән һөйләшеүҙәр барышында ут туҡтатыуға сығыу мөмкинлеген дә кире ҡаҡмай.