

Украинала махсус хәрби операция башланыу менән бихисап ир-егеттәр илебеҙ именлеге һағына баҫты. Улар иңдәренә йөкмәтелгән хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, Тыуған иле һәм яҡындары өсөн йәнен-тәнен аямай. «Салтын» позывнойлы яугир ҙә шундайҙарҙан. Ул Хәйбулла районынан. Күптән түгел ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов хәбәр итә.
"Ҡатыны менән "Салтын" позывнойлы яугир менән осраштыҡ. Ул махсус хәрби операцияла былтыр йәйҙән алып ҡатнаша, тәүге тапҡыр ялға ҡайтҡан. Уның иңендә ҙур хәрби тәжрибә һәм күкрәгендә ике "Батырлыҡ өсөн" миҙалы балҡый", - тип яҙған Рөстәм Динислам улы.
Ял ваҡытында яугир балалары, ғаиләһе янында булырға тырыша, туғандары менән осраша. Артабан да Хәйбулланың батыр улына уңыштар теләйбеҙ һәм иҫән-һау тиҙерәк Еңеү меән ҡайтыуын теләйбеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.