Яңылыҡтар
9 Май 2025, 13:17

Таштуғайҙа яңы һәйкәл асылды

Таштуғай ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары, тыл ветерандарына һәм локаль конфликттарҙа ҡатнашыусылар иҫтәлегенә арналды

Таштуғайҙа яңы һәйкәл асылдыТаштуғайҙа яңы һәйкәл асылды
Таштуғайҙа яңы һәйкәл асылды

Таштуғай ауылында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан яңы һәйкәл ҡуйыла. 1989 йылда асылған тәүге стела ауыл клубы территорияһында урынлашҡан булған. Ул Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Йомағужа (Кәрим) һәм Солтанғужа (Һултас) ауылы яугирҙары иҫтәлегенә арналған була. Яу яландарында һәләк булғандарҙың һәм Еңеү менән ҡайтҡандарҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү ниәте менән һәйкәлде яңыртыу тураһында һүҙ ауыл халҡы йыйылышында күтәрелә. Һәйкәл проектын Рәхим Собханғолов тәҡдим итә. Таштуғайҙар был башланғысты хуплаған һәм һәр яҡлап ярҙам итергә ниәтен белдергән. Стела өс өлөштән тора. Урта өлөшө Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арнала. Унда һуғыш осоронда һәләк булған 42 яугирҙың һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан 34 ветерандың исемдәре уйылған. Уң яҡ өлөшө тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш осоро балаларына арналған. Бөгөнгө көндә ауылда бер тыл ветераны ла ҡалманы, тиҫтәләгән һуғыш осоро балалары иҫән. Һәйкәлдең тағы бер өлөшө Афған, Кавказ һәм башҡа хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә бағышланған.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас