Яңылыҡтар
7 Май 2025, 10:51

Һәйкәлдәр – тереләр өсөн

Быйыл районда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған 57 һәйкәл төҙөкләндерелә. Уларға йәнә ике стела өҫтәлде. Береһе Ғәлиәхмәт ауылында тыл хеҙмәтсәндәре иҫтәлегенә булһа, икенсеһе Таштуғай ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары, тыл ветерандарына һәм локаль конфликттарҙа ҡатнашыусылар иҫтәлегенә арналған.

Һәйкәлдәр – тереләр өсөнҺәйкәлдәр – тереләр өсөн
Һәйкәлдәр – тереләр өсөн

Миллионлаған ҡорбандар килтергән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Аҡъюл ауыл советы халҡы ла ил күргәнде күреп, ил кисергәнде кисерә. Ватанын һаҡлап 340 ир-егет фронтҡа китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың 172-һе яу яланында батырҙарса
һәләк булған. Хәҙер инде һуғыштан әйләнеп ҡайтҡандарының да иҫәндәре ҡалмаған. Батырҙарҙың исемдәре стелала мәңгеләштерелгән.

1947 йылда Аҡъюл ауыл биләмәһендә һуғыш осоронда эшләгән 32 тыл хеҙмәтсәндәренә «Ватан алдындағы хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары тапшырыла. Улар араһында 60-70 йәшлек инәйҙәр ҙә, 14-15 йәшлек малай-ҡыҙҙар ҙа була. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан ауыл биләмәһе үҙәгендә – Ғәлиәхмәт ауылында Аҡъюл ауыл советының тыл хеҙмәтсәндәренә, һуғыш осоро балаларына һәм фронтовиктарҙың тол ҡатындарына арналған һәйкәл ҡуйырға ҡарар ителә.
Был изге эш ауылдың хөрмәтле аҡһаҡалдарының береһе, ауыл советы ветерандары рәйесе Хисам Абдуллин башланғысы менән тормошҡа ашырылған. Муниципаль бюджеттан бүленгән аҡса иҫәбенә эшләнгән һәйкәлде ҡуйыу буйынса өмәләрҙә ауыл биләмәһе халҡы әүҙем ҡатнашҡан.
–Был һәйкәл бик кәрәк, сөнки яу яланында ҡан ҡойған яугирҙар менән бер рәттән тыл хеҙмәтсәндәре лә Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә. Ауылдарҙа ирҙәр ҡалмай, шулай уҡ аттарҙы ла һуғышҡа алып китеп бөттөләр. Ҡатындар һыйыр, үгеҙ егеп, баҫыуҙа тир түгәләр, ә беҙ, уҡыусы балалар, сыбыҡ тотоп шул малдарҙың артынан ҡыуып йөрөнөк. Бик ауыр саҡтар булды, аслыҡ, яланғаслыҡ. Иң ҙур проблема – ҡайҙа тамаҡ туйҙырыу булды. Яҙ етеп, йәшел үлән күренә башлағас балдырған, кесерткән сыҡҡанын барыһы ла түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Хәҙерге балаларға быны һөйләһәң ышанмаҫтар ҙа – бөтә нимә бар, тик ҡәҙере генә юҡ. Электән ҡалған ғәҙәтем хәҙер ҙә бар, ашап ултырғанда икмәк валсығы төшөп
китһә, «Бисмиллаһ» –тип әйтеп йыйып алып ашайым, – ти Хисам Усман улы.
Яңы һәйкәлдең урыны итеп Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған стела эргәһе һайланыуы ла юҡҡа түгел. Тап ошо урындан ир-егеттәр һуғышҡа оҙатылған. Ҙур, мөһәбәт һәйкәл өс өлөштән тора. Уң яғындағы таҡтаташ ике бөйөк әсә – Ғәйшә Ишемғолова һәм Бәзихә Бохарова иҫтәлегенә арнала. Ғәйшә Ишемғолованың дүрт улы – Шәһимгәрәй, Фәттәх, Рамаҙан һәм Шәйхетдин фронтҡа китеп, кире әйләнеп ҡайтмай. Ә Бәзихә Бохарованың өс улы – Сәғәҙәткирәй, Солтангәрәй һәм Шәһимгәрәй яу яланында ятып ҡала.
Таштуғай ауылында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан яңы һәйкәл ҡуйыла. 1989 йылда асылған тәүге стела ауыл клубы территорияһында урынлашҡан булған. Ул Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Йомағужа (Кәрим) һәм Солтанғужа (Һултас) ауылы яугирҙары иҫтәлегенә арналған була. Яу яландарында һәләк булғандарҙың һәм Еңеү менән ҡайтҡандарҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү ниәте менән һәйкәлде яңыртыу тураһында һүҙ ауыл халҡы йыйылышында күтәрелә. Һәйкәл проектын Рәхим Собханғолов тәҡдим итә. Таштуғайҙар был башланғысты хуплаған һәм һәр яҡлап ярҙам итергә ниәтен белдергән. Стела өс өлөштән тора. Урта өлөшө Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арнала. Унда һуғыш осоронда һәләк булған 42 яугирҙың һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан 34 ветерандың исемдәре уйылған. Уң яҡ өлөшө тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш осоро балаларына арналған. Бөгөнгө көндә ауылда бер тыл ветераны ла ҡалманы, 
тиҫтәләгән һуғыш осоро балалары иҫән. Һәйкәлдең тағы бер өлөшө Афған, Кавказ һәм башҡа хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә бағышланған.

–Һәйкәл исемлегенә районыбыҙҙың төрлө ауылдарында йәки сит өлкәләрҙә йәшәп, фронтҡа киткәндәр индерелде. Шул иҫәптән, репрессияға эләгеп алыҫ Себер яҡтарынан, Черемхов ҡалаһынан һуғышҡа китеүселәр ҙә бар. Улар бөтәһе лә ауылдаштар, беҙ уларҙың батырлығын оноторға тейеш түгелбеҙ, – тине Рәхим Рәүеф улы.
Һәйкәлдәрҙе ҡуйыуҙа район хакимиәте финанс ярҙам күрһәтә. Ауыл халҡы тирәяҡты төҙөкләндереү, сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмәләр ойошторған.
Киләсәктә Ғәлиәхмәт һәм Таштуғай ауылдары халҡы һәйкәлдәр урынлашҡан майҙансыҡтарҙы таҙа-бөхтә тотоп, ағастар, сәскәләр ултыртырға ниәтләй. Бөйөк Еңеү хаҡындағы иҫтәлек быуындан-быуынға күсһен, бар донъялағы тыныслыҡ һөйөүсе кешеләрҙе берләштерһен. Бөйөк Еңеү өсөн ғүмерҙәрен аямаған батырҙарға һәм Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн күп көс һалған тыл хеҙмәтсәндәренә мәңгелек дан!

Һәйкәлдәр – тереләр өсөн
Һәйкәлдәр – тереләр өсөн
Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас