

Хәҙерге ожмахтай донъяла йәшәүебеҙ Бөйөк Еңеү өсөн күп көс һалған, хатта ғүмерен дә аямаған халҡыбыҙҙың үлемһеҙ батырлығына, һуғыштан һуңғы йылдарҙа илде тергеҙеү өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итеүенә бәйле икәнен оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Бөгөнгө һүҙем 1945 йылдың 9 майында Бөйөк Еңеүҙе Германияла ҡаршылаған Йыһанша Ҡәйепов тураһында булыр.
Маҡан ауылында йәшәүсе Зәлифә Юнысова ҡартатаһы тураһында байтаҡ мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.
–Ҡартатайым Йыһанша Ғәҙелша улы 1900 йылда Мәмбәт ауылына донъяға килгән, 10 йәшендә уҡырға барған. Бала саҡтан уҡ егәрле була, бар эште еренә еткереп эшләп сынығып үҫә, – тип һүҙ башланы ул.
Йыһанша Ҡәйепов 17 йәшендә армия өсөн хәрби аттарҙы әҙерләгән Маҡан дәүләт завод ат аҙбарында хеҙмәт юлын башлай. Бер ваҡыт уға алыҫ Себер яҡтарына йылҡыларҙы оҙатып барырға тура килә. Ҡайтҡас бер ни тиклем ваҡыт уҙғас ауылдашы Фатима Шаһиғәле ҡыҙына өйләнеп, бер ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр.
–Ҡартатайым һуғышҡа киткәс, бөтә ауырлыҡтар ҡартәсәйем иңенә төшә. Уларға ауыр аслыҡ йылдарын кисерергә тура килә. Йыһанша Ғәҙелша улы артиллерия полкында хеҙмәт иткән һәм данлы яу юлын Берлинда тамамлаған, – тип һөйләне Зәлифә Юнысова.
Ул Белоруссия һәм Польшаны азат итеүҙә, Кёнигсберг (хәҙерге Калининград) һәм башҡа ҡәлғә-ҡалаларҙы алыуҙа ҡатнаша. Пиллау (хәҙерге Балтийск) ҡалаһы өсөн ҡаты алыштар барышында 1945 йылдың 25 апрелендә Йыһанша Ҡәйепов орудиенан ут асып, дошмандың өс пулеметын һәм 20-ләгән гитлерсыны юҡ иткәне өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Бынан тыш, яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән наградлана.
Һуғыш ветераны 1945 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡандан һуң, башта Маҡан дәүләт завод ат аҙбарында эшен дауам итә. Һуңғынан ғаиләһе менән Аҡъярға күсә. Ҡәйеповтар район үҙәгендә 1952 йылға тиклем йәшәйҙәр, ғаилә башлығы элемтә бүлегендә эшләй. 1972 йылда Йыһанша Ғәҙелша улы мәрхүм була, уны Аҡъяр зыяратына ерләйҙәр.
–Ҡартатайымдың күп һанлы миҙалдарын ҡәрсәйем Фатима килене (минең әсәйем) Хәкимәгә тапшырған. Бер ваҡыт әсәйем: «Ҡыҙым, бына ҡартатайыңдың наградалары. Үҙем иҫән саҡта һинең ҡулыңа тапшырайым. Уларҙы ҡәҙерләп һаҡлап, быуындан-быуынға тапшырығыҙ, ҡартатайығыҙҙың батырлығы тураһында һөйләгеҙ», – тигән васыятын әйтеп ҡалдырғайны, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты әңгәмәсем.
Бөгөн көндә Зәлифә Юнысованың ейән-ейәнсәрҙәре ҡаһарман ҡартҡарталары Йыһанша Ҡәйепов менән ғорурланып, уның тураһында хәтерҙе һаҡлайҙар, фотоһүрәтен тотоп «Үлемһеҙ полк» акцияларында теләп ҡатнашалар.
Эйе, Бөйөк Ватан һуғышы ҡағылмаған бер генә өй ҙә, ғаилә лә юҡтыр. 9 Май – ил тарихында сағыу бит. Был көндө беҙ еңеүселәргә хөрмәт күрһәтәбеҙ һәм уларҙың батырлыҡтары менән ғорурланабыҙ, бәхетле тормош бүләк иткәндәре өсөн уларҙың алдында баш эйәбеҙ. Хәтер йәшәй икән, тимәк, беҙ ҙә йәшәйбеҙ. Иң мөһиме, донъялар тынысланһын, бөгөн ата-бабалары кеүек ил һағына баҫҡан ир-егеттәр ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар.
Зәкиә Ҡадаева.
Маҡан ауылы.