

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге хәтерегеҙгә төшөрә: сит илгә сәйәхәткә йыйыныр алдынан сит ил паспортының ғәмәлдә булыуын тикшерегеҙ.
Паспорт алғас та унда:
- орфографик хаталар;
- яңылыш баҫылған хәрефтәр;
- машина уҡый торған яҙмала хаталар;
- төҙөклөгөндә кәмселектәр булмауын һәм документтағы фотоһүрәттең ҡиәфәтегеҙгә тап килеүен ҡарап сығығыҙ.
Әгәр хаталарҙы һуңынан күрһәгеҙ, кисекмәҫтән паспорт биргән органға мөрәжәғәт итегеҙ.
Паспорттағы хаталар арҡаһында документығыҙҙы ғәмәлдән сыҡҡан тип таныуҙары ихтимал һәм һеҙ барырға йыйынған илгә һеҙҙе индермәйәсәктәр.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан