Яңылыҡтар
30 Апрель 2025, 09:27

Шундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыу

Бөгөн 30 апрелдә иң мөһим хеҙмәттәрҙең береһе – Янғын һағы көнө билдәләнә. Янғын һүндереүселәр хеҙмәте һәр заманда ла иң хәүефлеләрҙең һәм иң кәрәклеләрҙең береһе булып һанала. Ҡатмарлы шарттарҙа эш итеү, кешеләрҙең ғүмерен, һаулығын һәм хәүефһеҙлеген һаҡлауға бәйле ҡарарҙарҙы тиҙ арала ҡабул итеү улар иңенә төшә.

Шундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыуШундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыу
Шундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыу

Аҡъяр ауылындағы 93-сө янғын һағы часы хеҙмәткәрҙәре ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, төрлө шарттарҙа янғындарҙы һүндерергә һәм кешеләрҙе ҡотҡарырға әҙер. Шәхси составта 30 кеше иҫәпләнә, улар өс махсуслаштырылған янғын һүндереү машинаһы менән тәьмин ителгән. Янғынға ҡаршы хеҙмәт – ул, иң элек, үҙ эшенә тоғро һәм үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты яуаплы үтәгән кешеләр. Хеҙмәткәрҙәрҙең 80 проценты был өлкәлә ун йылдан ашыу эшләй. Шул иҫәптән мәҡәләм геройы Айҙар Айытбаев янғын һүндереүсе һөнәрен һайлап, 27 йыл дауамында уға тоғро ҡалған.

–Янғын һүндереүсе, ҡотҡарыусы булыу – бала саҡтан килгән хыялым, – тип һүҙ башланы 93-сө янғын һүндереү часының ҡарауыл бүлексәһе начальнигы Айҙар Ринат улы. Ул Әбйәлил районында донъяға килгән һәм сабый сағында ғаиләһе менән Аҡъяр ауылында төпләнәләр. 1-се Аҡъяр мәктәбен тамамлағас, һөнәрселек училищеһында белем ала. Артабан хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә ир-егеттәр мәктәбе үткәс, 1998 йылда бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында 93-сө янғын һүндереү часына эшкә килә. Тәүге йылдарҙа янғын һүндереүсе булып эшләй. Тәжрибә туплап, һөнәри кимәлен арттырған, үҙенә талапсан, бурыстарына яуаплы ҡараған һәм һәр эште урынына еткереп башҡарғаны өсөн уны 2006 йылда янғын һағы часының ҡарауыл бүлексәһе начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифаны бөгөн дә ул ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.

–Янғын һүндереүсе – һөнәр түгел, ә күңел талабы. Беҙҙең бурыс – бәләгә тарыған кешегә беренсе булып ярҙамға килеү. Әлбиттә, граждандарҙың ғүмерен ҡотҡарыу, ут менән көрәшеү беҙҙән батырлыҡ та, һөнәри оҫталыҡ та талап
итә. Беҙҙең часта тап шундай ҡыйыу йөрәкле, ышаныслы хеҙмәткәрҙәр тупланған. Улар менән бергә бер ниндәй икеләнеүһеҙ утҡа ла, һыуға ла инергә мөмкин, – тине тәжрибәле янғын һүндереүсе.
Айҙар Ринат улы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ведомство һәм район хакимиәтенең Почет грамоталары, тәбиғәт янғындарын һүндереүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан Башлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә. Уға “Хеҙмәт ветераны” тигән почетлы исем дә бирелә. Айҙар Айытбаев тормош иптәше Зилә менән бала саҡтан таныштар. Бер мәктәптә параллель кластарҙа белем алалар. Мәктәпте тамамлағас, Зилә Рауил ҡыҙы Башҡорт дәүләт педагогия университетының мәктәпкәсә белем билеү факультетында уҡый. Әлеге ваҡытта «Йәйғор» балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булып эшләй. Кескәйҙәргә 28 йыл дауамында тәрбиә биргән өсөн Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһендә почетлы мәғариф хеҙмәткәре тигән исемдәргә лайыҡ була. Айытбаевтар ғаиләһендә ике ул донъяға килгән. Өлкән улдары Ғәзинур атаһы юлын һайлай. Мәктәптән һуң Аҡъяр һөнәрселек училищеһын тамамлай, хәрби бурысын тултырып ҡайтҡас, Өфө ҡалаһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына эшкә урынлаша. Кесе улдары Камил – 1-се Аҡъяр мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы. Янғын һүндереүселәр һанаулы секундтар эсендә махсус кейемдәрен кейеп, тиҙ арала машинаға ултырып янғын урынына юлланырға бурыслы. Барыһы ла, шул иҫәптән кеше ғүмере лә, уларҙың был урынға барып етеү тиҙлегенә бәйле.

–Беҙҙең коллектив 30 кешене берләштерә. Барыһы ла квалификациялы, тәжрибәләре лә етерлек. Араларында яңы эш башлаусылар ҙа бар. Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллегаларҙы, ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас
күңелдән ҡотлайым. Ныҡлы сәләмәтлек, именлек, хеҙмәт уңыштары юлдаш булһын. Бынан ары ла уяулыҡты юғалтмай, намыҫлы һәм ҙур яуаплылыҡ менән эшләрбеҙ, барыбыҙға ла “ҡоро еңдәр” теләйем, –
тигән теләктәрен еткерҙе Айҙар Ринат улы. Беҙ ҙә ошо изге теләктәргә ихлас ҡушылабыҙ. Заманса һаҡланыу сараларына, техникаға, яңы эш ысулдарына ҡарамай, янғын хеҙмәтендә эшләүселәрҙең маҡсаты һәм бурысы үҙгәрешһеҙ ҡала – кешеләрҙе
уттан ҡотҡарырға, янғынды тиҙ арала йүгәнләргә һәм һүндерергә. Уларҙың тәжрибә һәм һөнәри оҫталығы киләсәктә лә ғәҙәттән тыш хәлдәргә ышаныслы кәртә буласағына һис шикләнмәйбеҙ.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас