

Элек бәҙрәфтә гәзит уҡый инек, хәҙер бәҙрәфтә телефонда ултырабыҙ.
Элек кистән балалар йоҡламаһа бабай алып китә ине, хәҙер күршеләр стена шаҡый.
Элек мәктәпкә августа ғына кейем ала инек, хәҙер көн һайын.
Элек кейемде ике - өс размерға ҙурҙы, биш йылға етерлек итеп алһалар илағы килә ине, хәҙер "оверзайс" (ҡапсыҡ кеүек кейемдәр), балалар шулай кейенгәнгә илағы килә.
Элек күршенең баҡсаһынан алма, ҡыяр, помидор урлай инек, хәҙер күршенең вай-файын.
Элек ике генә алмаш кейем әллә нисә йылға етә ине, хәҙер ете шкаф кейем, кейергә кейем юҡ.
Элек йылғала эсәк йыуа, кер сайҡай, балаҫ, машина йыуа инек, хәҙер штраф.
Элек йәй буйы ҡулдар себешләй ине, хәҙер телефонға күп баҫҡылап, сөйәл сыға.
Элек ҡар яуғансы баҫыуҙа кишер, сөгөлдөр сығарҙыҡ, хәҙер мәктәптә иҙән йыуҙырһалар, ҡар көрәтһәләр, эш судҡа барып етә...
Элек тәҙәләргә буран һүрәт төшөрөп китә ине, хәҙер пластик тәҙрәләргә төшөрмәй.
Элек йәй буйы йылғала малайҙар һыуға батыра торғайны, хәҙер балалар йөҙә лә белмәй.
Элек ауылдарҙа ут һүнһә, ҙур шатлыҡ, тау шыуабыҙ, сәпмә уйнай инек, хәҙер ут һүнһә Хабировҡа яҙабыҙ.
Элек күрше ауылға ла хаттар яҙа инек өсәр табаҡ тултырып, хәҙер икенсе илдән дә видеозвонок .
Элек 3-5 км күрше ауылға сатлама һыуыҡтарҙа ла бер ҡат ыштан менән ейәү йөрөп уҡыныҡ, хәҙер мәктәп өй ҡырында, такси саҡыртабыҙ.
Элек "только после свадьбы!" ине, хәҙер сығып тормаһа ла ярай, главное бала тапһын һәм Путин түләһен.
Элек мәктәп ашханаһында ашау оло бәхет ине, хәҙер мәктәптә ашамаҫ өсөн мең сәбәп.
Элек телевизор ҡарар өсөн башына йоҙроҡлап һуға инек, хәҙер Алисаға әйтһәң, үҙе ебәрә.
Элек йәшәр өсөн ашай инек, хәҙер ашар өсөн йәшәйбеҙ.
Элек клубҡа сығып бейер өсөн, көнө буйы эш эшләй инек, хәҙер ҡыуһаң да сыҡмайҙар, сыҡһалар ҙа клуб юҡ, клуб булһа ла бейеү юҡ, телефон...
Элек ҡунаҡ килһә бүлмәнән сыҡмай инек, хәҙер иң тәүҙә, түрҙә балалар ашай.
Элек мәктәпкә бармаҫ өсөн градусникты торбаға, йә эҫе һыуға тыға инек, хәҙер бармаһаң барма, но дистанционно уҡы.
Элек беҙ физика, математика, химиЯ фәндәрен башҡортса уҡыныҡ, кәсер бер, һелтә (щёлоч), тигеҙләмә тип, хәҙер ҡушабыҙ,алабыҙ, бүләбеҙ тиһәң, бала аптырап ҡарай.
Элек өй эшен өйгә ҡайтҡансы, мәктәптә, тәнәфестә үк эшләй инек, хәҙер төнгө 12лә.
Элек ата - әсәләр йыйылышына журнал ҡарарға бара инеләр, хәҙер журнал телефонда.
Элек ата - әсәләр йыйылышы етһә балалар ҡурҡа ине, хәҙер аҡсам етһә ярай ине тип, ата - әсәйҙәр ҡурҡып бара.
Элек Ҡыш бабайҙың ҡыҙыл тоҡсайындағы лимон кәнфит менән ал прәникте шиғыр һөйләп алып, ҡыуана инек, хәҙер, дүрт балаға ике ай алдан интернет аша айфон - майфондан алып....заказать итеп, көтөп...ҡыҫҡаһы, аҡсаң ғына етһен, Хоҙай ярҙам бирһен ! 
Йәгеҙ, тағы ниндәй ҡыҙыҡлы иҫтәлектәрегеҙ бар, яҙығыҙ әле.
Улар күп.
Быныһы бер...
Ә бына беҙҙең балалар олоғайғас ейәндәренә нимә тиер икән???
...Вәәәт, бер ваҡыт, вацап бер СУТКА эшләмәне, УЖАААС , тиерме???))
Альбина Ғәлиуллинанан.