Яңылыҡтар
29 Апрель 2025, 04:15

Мәҙинә Игебаева – ике яугир әсәһе

Атингән ауылында йәшәүсе Мәҙинә Игебаеваның күңеле тыныс түгел. Ни тиһәң дә, ике ғәзиз балаһы махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙ именлеге өсөн көрәшә.

Мәҙинә Игебаева – ике яугир әсәһеМәҙинә Игебаева – ике яугир әсәһе
Мәҙинә Игебаева – ике яугир әсәһе

Мәҙинә Хөснулхаҡ ҡыҙы Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында ете балалы ғаиләлә иң кесеһе булып донъяға килгән. 1975 йылда ғаиләләре менән Атингән ауылына күсәләр. 8-се класты тамамлағансы Атингән мәктәбендә уҡый, ә 9-10-сы кластарҙа 2-се Аҡъяр мәктәбендә белем ала. Мәктәпте тамамлағандан һуң төрлө эштәрҙә эшләргә тура килә уға. Ивановка ауылына килен булып төшкәс, фермала һауынсы булып эшләй. Колхозда эшләгән осорҙа алдынғылар рәтендә була. Баймаҡ ҡалаһында осеменатор буйынса курс үтеп, 4 йыл ошо йүнәлештә эшләй. Аҙаҡ ферма мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Ғаиләлә ике ул – Вәсил менән Рәфис донъяға килә. Ивановка ауылында 16 йыл йәшәгәндән һуң, Мәҙинә Игебаева улдары менән Атингәнгә атаәсә йортона ҡайтырға ҡарар итә. Яңғыҙ әсә балаларын аяҡҡа баҫтырыу өсөн бар көсөн һала. Вахта ысулы менән «Башҡорт баҡыры» предприятиеһында 12 йыл өлкән ашнаҡсы булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Хеҙмәт ветераны исемен ала. Мәҙинә Хөснулхаҡ ҡыҙы – ике геройҙың әсәһе. Кесе улы Рәфис Аҡъяр һөнәрселек училищеһын тамамлағас, хәрби хеҙмәткә саҡырыла, офицерҙар мәктәбен тамамлай. Хәрби өлкәне үҙ иткән егет 2007 йылда Тоцк ҡалаһында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, ил алдында хеҙмәт итеүен дауам итә. Бер нисә йылдан һуң ғаилә ҡора, ҡыҙы тыуа. Хәрби булараҡ төрлө яҡтарға командировкаларға йөрөй, Көньяҡ Осетияла ла, Сүриәлә лә булырға тура килә уға. Махсус хәрби операция башланғас та беренселәрҙән булып Украина биләмәһенә ебәрелә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялында һәр ваҡыт ғаиләһе менән әсәһе янына ҡайтырға ашҡынып тора. Ил алдындағы намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Оборона министрлығының «Сүриәлә хәрби операцияла ҡатнашыусы», 2019 йылда «Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн», 2019 йылда «Сүриә Ғәрәп Республикаһында тыныслыҡ урынлаштырыу миссияһында ҡатнашҡаны өсөн», 2-се дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградлана. Шулай уҡ «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы», Рәсәй Федерацияһы Президентының 2023 йылдың 17 апрелендәге указы менән "Жуков" миҙалы менән бүләкләнә. Өлкән улы Вәсил дә 2023 йылдың июнендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп алғы һыҙыҡҡа юллана. Беренсе тапҡыр отпускыға ҡайтырға йөрөгәнендә ҡаты яраланып госпиталгә эләгә. Бер йыл дауаланғандан һуң хеҙмәт итеүен дауам итә. Тик яралары ғына тынғы бирмәй, әрней, һыҙлай. Шуға күрә ул йәнә госпиталгә эләгә һәм әлеге ваҡытта медицина тикшеренеүҙәре үтә. Хәрби хәрәкәттәр барышында күрһәткән батырлығы өсөн Вәсил Генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнә.

Тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең 16-сы һанында уҡығыҙ

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас