Яңылыҡтар
29 Апрель 2025, 10:43

Эш урынында сәләмәтлекте нисек һаҡларға

Эштә стресты кәметеү өсөн ғаилә тормошо һәм хеҙмәт араһында  алтын урталыҡты табыу мөһим.    

Эш урынында сәләмәтлекте нисек һаҡларғаЭш урынында сәләмәтлекте нисек һаҡларға
Эш урынында сәләмәтлекте нисек һаҡларға

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 28 апрелдән 4 майға тиклем эш урындарында сәләмәтлекте нығытыуҙың  иң яҡшы тәжрибәһен популярлаштырыу аҙнаһын үткәреүҙе иғлан итте. Бөгөн граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлауҙа предприятиеларҙа корпоратив программалар индереү мөһим йүнәлеш булып ҡала. Улар –йоғошло булмаған сирҙәр үҫеше хәүефенең төп факторҙарын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән күп модулле проекттар. Күп предприятиелар тап ошо программаларға мохтажлыҡ кисерә. Был әһәмиәтле аҙнаны үткәреүҙең төп маҡсаты – ойошмаларҙа сәләмәт йәшәү рәүешенең корпоратив мәҙәнилеген формалаштырыу, профессиональ сирҙәрҙе иҫкәртеү.

Бөгөн эш урындарында сәләмәтлекте нығытыу программаларының эшләүе хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын нығытыуға лайыҡлы өлөш индереү, эш биреүсенең медицина һәм социаль ярҙам күрһәтеүгә сығымдарҙы кәметеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү мөмкинлеген  раҫлаған. Был хеҙмәткәрҙәр өсөн дә, эш биреүселәр өсөн дә файҙалы.

Эш урынында сәләмәт туҡланыуҙы ойоштороу  хеҙмәткәрҙәр тормошонда мөһим роль уйнай. Даими туҡланмау, эштән ҡайтҡас саманан тыш күп ашау, аҙ хәрәкәтләнеү ашҡаҙан-эсәк  юлы сирҙәренә, стресҡа һәм һимереүгә килтерә.Туҡланыуҙы планлаштырыу – сәләмәт йәшәү рәүешенең бер өлөшө. Тәү ҡарамаҡҡа ҡатмарлы төҫлө тойолһа ла, ғәмәлдә уны көндәлек ғәҙәткә әүерелдереп була. Һөҙөмтәлә һеҙ яҡшы кәйефкә, эшкә һәләтлелеккә эйә буласаҡһығыҙ.

 Физик әүҙемлек офиста ла мөһим. Көнө буйы компьютер экранына текәлгән көйө ултырып эшләү, физик көсөргәнеш етешмәүе кешенең сәләмәтлегендә һиҙелерлек.сағыласаҡ. Һөҙөмтәлә ваҡыт үтеү менән хроник сирҙәрҙең тотош комплексына юлығырға, хеҙмәткә һәләтлекте юғалтырға , ғүмер оҙайлығын ҡыҫҡартырға мөмкин. Белгестәр әйтеүенсә, компьютер экраны алдында ултырып эшләгәндә күҙҙәрҙе йыш ҡына йомғолап алырға, һыу эсергә, күҙҙәр өсөн биш-ун минут һайын  күнегеүҙәр яһарға кәрәк.

 Эштә стресты кәметеү өсөн ғаилә тормошо һәм хеҙмәт араһында  алтын урталыҡты табыу мөһим. Даими көсөргәнешкә юл ҡуймағыҙ, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе һуңға ҡалдырмағыҙ,  эш араһында тәнәфес яһарға ғәҙәтләнегеҙ, тип кәңәш итә белгестәр.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас