Яңылыҡтар
28 Апрель 2025, 04:05

Телһөйәрҙәр диктант яҙҙы

-

Телһөйәрҙәр диктант яҙҙыТелһөйәрҙәр диктант яҙҙы
Телһөйәрҙәр диктант яҙҙы

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһына хәйбуллалар ҙа ҡушылды. Район халҡы менән бергә уны Аҡъярҙың өсөнсө һанлы мәктәбе нигеҙендә ойошторолған офлайн майҙансыҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов та яҙҙы. Белем акцияһы тел мәҙәниәтен күтәреү, башҡорт телен танытыу маҡсатында ойошторола. Диктантты онлайн һәм оффлайн форматта яҙырға мөмкин булды. 
Акция “Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы” тигән девиз аҫтында уҙҙы. Ҡатнашыусыларға сертификат тапшырылды.

Автор:
Читайте нас